RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙекеләр – Америкала

15.02.2013 Беҙҙекеләр – Америкала

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Америка ҡушма Штаттарына юлланды.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкселегендәге делегация составында төбәктең Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты, Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре бар.
Сәфәрҙең төп маҡсаты – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың парламентҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән инвесторҙар эҙләү буйынса бурыс­тар­ҙы тормошҡа ашырыу ниәте.
Беҙҙекеләр Сан-Антонио ҡалаһының Техас университетында инновацион сәнәғәт технологияларын үҫтереү, IT-парк булдырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Осрашыу барышында Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин һәм Техас университеты менән эшләгән “StarTech” фонды президенты Джим Подж хеҙмәттәшлек тураһындағы меморан­думға ҡул ҡуйҙы.
Визиттың икенсе көнөндә делегация ағзалары Даллас ҡалаһында урынлашҡан “Seaboard Asphalt Products Company” заводында бул­ды. 80 йыл буйы эшләүсе был предприятие юл төҙөүҙең инновацион технологияларын әҙерләү буйынса махсуслашҡан. Тап ошо компания вәкилдәре ҡатнашлығында былтыр көҙ Өфөнөң Октябрь районында яңы ысул буйынса юл участкаһы төҙөлгәйне. Эксперттар фекеренсә, әлеге ысул материалы Рәсәйҙең климат шарттарына тура килә һәм аҙ ҡатлы йорттар төҙөлгән биҫтәләрҙә файҙаланыу, ауыл юлдарын ремонтлау һәм төҙөү өсөн бик тә ҡулай. Әйткәндәй, компания Американың бөтә штаттары һәм тиҫтәләгән сит ил менән хеҙмәттәшлек итә.
Компанияның Балтиморҙағы йәнә бер заводына барып, республикала берлектәге призводство булдырыу мөмкинлектәрен тикшереү ҙә күҙаллана. Шулай уҡ Пенсильвания штаты Сенатында Башҡортостандың презентацияһы үткәреләсәк.
Тағы ла осрашыуҙар Американың Сауҙа министрлығында, Бөтә донъя банкыһы офисында уҙасаҡ. Шулай уҡ сит илдең иҡтисад һәм ауыл хужалығы министрҙары урынбаҫарҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү ҡарала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә