12.02.2013 Донъя яңылыҡтары
Фән менән шөғөлләнер урынға...
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы эргәһендәге Юғары аттестация комиссияһы етәксеһе Феликс Шамхалов, эре кредиттар менән мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алынған.
Ғалим Мәскәүҙең Одинцово районында элиталы торлаҡ төҙөү өсөн „Заречье − 2” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә „Внешэкономбанк” бүлгән 124 млн доллар аҡсаны үҙләштергән. Был аҡсаға бөгөн күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөп бөтөргә тейеш булһа ла, әле унда йорттоң нигеҙе лә юҡ. Шамхалов тикшереү эше барышында шаһиттарға йоғонто яһамаһын өсөн 24 мартҡа тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ.
Ғәйеплеләр ҡасан язаһын алыр?
РФ Тәфтиш комитеты 2011 йылда Куйбышев һыу һаҡлағысында һәләкәткә тарыған „Болғар” теплоходында булған фажиғәне тикшереүҙе тамамланы.
Унда судно капитаны ярҙамсыһы, „Болғар” теплоходын ҡуртымға алыусы Рәсәй йылға регистры экспертына, Татарстандағы Рәсәй транспорт күҙәтеүе идаралығының ике хеҙмәткәренә енәйәт эше асылғайны. Тәфтишселәр уларҙың ғәйебен иҫбатларлыҡ дәлилдәр йыйып, прокуратураға раҫлауға тапшырған. Хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү барышында 250 экспертиза үткәргән, меңләгән кешенән һорау алған.
Талаптарҙы үтәмәгән өсөн
Рәсәй 11 февралдән Германияның Бавария, Түбәнге Саксония, Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерҙәренән Рәсәйҙең санитария талаптарын үтәмәгән өсөн ит һәм һөт продукцияһын индереүҙе тыйҙы.
Инспекция талап итеүенсә, улар Таможня союзы һәм беҙҙең ил һораған ветеринар-санитар нормаларҙы бөтөнләй һанламай, ә һөт эшкәртеүсе предприятиелар һөткә булған техник регламентты боҙа. Шулай уҡ февралдән башлап беҙгә Американан да мал ите индерелмәйәсәк. Уларҙың составында кеше организмына зыянлы һаналған малды үҫтереүсе стимулятор – рактопаминдың күп булыуы асыҡланған.
Тағы ла метан шартлаған
Коми Республикаһының “Воркута” шахтаһында метан сығып, шартлау булған.
Емереклектәр араһында 18 кеше күмелеп ҡалған, тик дүрт шахтер ғына ер аҫтынан үҙ аллы сыға алған.
“Воркута-күмер” компанияһына ҡараған шахтала йылына 1,8 млн тонна күмер сығарыла һәм ул Рәсәйҙең иң эре күмер сәнәғәте предприятиеһының ҡеүәтле шахтаһы булып тора.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.