RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

16.10.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...ҡайғыртты
Украинала пассажирҙар тулы автобус локомотивҡа бәрелеп, 43 кеше һәләк булды. Шул уҡ автобуста булған унлаған кеше ауыр хәлдә дауаханаларҙа ята, араларында хәле ҡыл өҫтөндә булғандары байтаҡ.
Рәсми матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, тепловозға бәрелгән автобуста 52 пассажир булған. Һәләкәт арҡаһында водитель үҙе лә яҡты донъя менән хушлашҡан. Әлегә аварияның нимәнән килеп сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. 1954 йылда тыуған водитель 36 йыл буйы шофер булып эшләгән. Етмәһә, уның стажының 20 йылы тап пассажир автобустары менән идара итеүгә ҡайтып ҡала. Автобуста оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа булған.
Мөғжизә менән генә үлемдән ҡотолоп ҡалған, артта ултырған пассажирҙар билдәләүенсә, автобустың ни өсөн ҡапыл ҡуҙғалып китеп, локомотивтың ҡаршыһына сығып, туҡтап ҡалыуы бөтөнләй аңлашылмай. Күпселек халыҡтың фекеренсә, автобус тимер юлын үткәндә боҙолған һәм артабан хәрәкәт итә алмай, туҡтап ҡалған.

...ҡыуандырҙы
Ниһайәт, Чилиҙа ысын мәғәнәһендә ер аҫтында ҡалған шахтерҙарҙы ҡотҡарҙылар. 69 тәүлек буйы ер өҫтөнән 700 метр аҫта тотҡонлоҡта йәшәгән кешеләрҙе ҡотҡарыу сараларын бөтә донъя күҙәтте, тип әйтһәң дә, хата булмаҫ.
Яҡындары менән аралашыу, уларға ярҙам итеү өсөн шахтерҙарҙың туғандары нимә генә уйлап тапманы – шахта эргәһендә концерттар ҙа ойошторҙолар, туҡтауһыҙ бәйләнештә булырға тырыштылар. Хатта авария булған урын янында шахтерҙарҙың балалары өсөн мәктәп тә ойошторолдо. ҡыҙыҡ ҡына хәлдәр ҙә булғыланы – дәүләт ер аҫтында ҡалған шахтерҙарҙың яҡындарына финанс ярҙамы күрһәтергә тырышты. Шул маҡсатта уларҙың ата-әсәләре, ҡатындарының исемлектәре тупланды. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер шахтерҙарҙың ҡатындары менән һөйәркәләре үҙ-ара әрләшеп бөткән.
Шөкөр, хәҙер бөтә шахтерҙар ҙа эҫе, йүнләп һауа етмәгән ҡараңғы урындан сығарылды.

...Күңелде күтәрҙе
Калифорния губернаторы Ар­нольд Шварценеггерҙың Рәсәйгә рәсми сәфәре күпселек халыҡтың күңелендә мәҙәк ваҡиға булып ҡалыр, моғайын.
«Терминатор» бөгөнгө Рәсәй эш­ҡыуарҙарын «совет партнерҙарым» тип атап, залда ултырған барса ха­лыҡты көлдөрҙө. Баҡтиһәң, ул беҙ­ҙең илдә СССР тарҡалғандан һуң булмаған икән.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Арнольд Шварценеггерға, шаярыу ҡатыш ҡына булһа ла, Мәскәү мэры булыр­ға тәҡдим итте, тик «терминатор» был тәҡдимде кире ҡаҡты. Донъяның ҡайһы бер матбуғат саралары: «Дмитрий Медведев яңғыҙы ғы­на тотош илде XXI быуатҡа тартыу­ҙан арыған, шуға ла ярҙамға «терминатор»ҙы саҡырҙы», – тип яҙып сыҡты.

...хәүефләндерҙе
Иҡтисади статистика күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә 2010 йылдың 1 июненән халыҡтың килеме түбәнәйә барыуы күҙәтелә.
Бәғзе берәүҙәр фекеренсә, бөтәһенә лә ҡоролоҡ ғәйепле. Ысынлап та, иң ауыр хәл ауыл хужалығы сәнәғәтендә билдәләнә. Был тармаҡта етештереү күләме 25 процентҡа төшкән.
Шулай уҡ ағас эшкәртеү, металлургия тармағында етештереү күләме 8 процентҡа түбәнәйгән. Төҙөлөш материалдарын 16 процентҡа аҙыраҡ етештерә башлағандар.
Шул уҡ ваҡытта илдең финанс һәм нефть-газ өлкәһе хеҙмәткәр­ҙәренең былай ҙа аҙ булмаған килеме арта ғына бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә