16.10.2010 Рәсми хроника
Президент ҡырмыҫҡалы районы менән танышты
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кисә эш сәфәре менән ҡырмыҫҡалы районында булды.
Төбәк башлығы «Алатау» агросәнәғәт хужалығының мегафермаһы, «ҡарлыман шәкәре» предприятиеһы һәм ҡарлыман ремонт-механика заводының эше менән танышты. Һуңғыһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеү буйынса ҡулайлама етештереүҙе ҡараны.
Рөстәм Хәмитов «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе дипломанттары менән дә осрашты.
Республикала яңы һыу һаҡлағыс буласаҡ
Башҡортостан Республикаһы менән «Федераль гидрогенерация компанияһы» араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Был документҡа ярашлы, Рәсәйҙең иң ҙур генерациялау компанияһы һәм ҡеүәте буйынса донъялағы ошондай компаниялар араһында икенсе урынды биләүсе «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда перспективалы бер нисә проектын бойомға ашыра башлаясаҡ. «РусГидро» идараһы рәйесе Евгений Дод компанияның пландары менән таныштырҙы: беренсенән, ҡариҙел һәм Асҡын райондары сигендә (Павловка һыу һаҡлағысынан үрҙәрәк) Өфө йылғаһында Түбәнге Һөйән гидроузелын төҙөүҙең проектта ҡаралған сығымдарын компания үҙ өҫтөнә аласаҡ һәм был эштәр 2011 йыл уртаһына тамамланасаҡ; икенсенән, компания Өфө предприятиелары базаһында гидротехник ҡорамалдарҙы етештереүҙе юлға һалырға йыйына, һәм был проект сит ил партнерҙары менән тығыҙ бәйләнештә башҡарыласаҡ; өсөнсөнән, федераль компания киләсәктә Башҡортостан йылғаларын уларҙа бәләкәй ГЭС каскадтарын төҙөү мөмкинлегенә тикшереү үткәрәсәк.
Республика башлығының фекеренсә, Башҡортостанда ГЭС төҙөү өҫтәмә электр энергияһын бирәсәк һәм ике проблема – Өфөнө эсәр һыу менән тәьмин итеү һәм Өфө йылғаһы ташҡынын ауыҙлыҡлау мәсьәләһе – хәл ителәсәк. Өҫтәүенә, төҙөлөш ойошмалары эшле буласаҡ, урындағы халыҡҡа эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Төркиәлә – Башҡортостан Республикаһы көнө
Истанбулда, Башҡорт халҡының тарихы һәм этнографияһы музейы урынлашҡан «Топкапы» мәҙәниәт паркы территорияһында, Башҡортостан Республикаһының Истанбул ҡалаһындағы вәкиллеге Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған традицион сара үткәрҙе.
Унда Төркиәнең дәүләт, муниципаль, йәмәғәт һәм эшлекле даирәләре вәкилдәре, Башҡортостандан Төркиәлә уҡыусы студенттар һәм эшләүсе ватандаштар ҡатнашты.
БР-ҙың Истанбулдағы вәкиллеге башлығы Каншаубий Мизиев, Башҡортостан Республикаһы яңы етәкселек менән бергә үҙ иҡтисади үҫешен сифат яғынан яңыртыу, тиҙләтеү һәм тәрәнәйтеү юлынан бара, тип билдәләне. Башҡортостан етәкселеге исеменән Каншаубий Мизиев ватандаштарын Республика көнө менән ҡотланы, ә кисәгә килгән ҡунаҡтарға республикабыҙ менән уңышлы хеҙмәттәшлек теләне.
Истанбул виләйәтенең вице-губернаторы Мостафа Алтынташ үҙ сығышында Төркиә Республикаһының Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлегенең даими үҫеүен һәм Истанбул ҡалаһының һәр ваҡыт был үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек үҙәгендә булыуын раҫланы. Үҙ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөләренең береһе булып йыл һайын Истанбулдың үҙәгендә, Солтанәхмәт майҙанында, башҡорт һабантуйы үткәрелеүе тора, тип өҫтәне ул.
Кисә аҙағында ватандаштарыбыҙ концерт күрһәтте.
Белемле, мәҙәниәтле, зыялы кешеләр теле
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап, һуңғы йылдарҙа дәүләт теле статусында башҡорт теле нығынды һәм үҫеште, тип билдәләне.
Әгәр 80-се йылдар аҙағында ҡала халҡы, башҡорт телен ауылда йәшәүселәр теле тип иҫәпләп, башҡортса һөйләшмәҫкә тырышһа, бөгөн был – белемле, мәҙәниәтле, зыялы кешеләр теле. Ә инде йәштәрҙең рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеүе айырыуса мөһим.
Шул уҡ ваҡытта дәүләт телдәрен мәктәптәрҙә мотлаҡ өйрәнеү тураһындағы ҡатмарлы мәсьәлә әле булһа хәл ителмәгән һәм элеккесә йәмғиәттә тикшерелә, тине Башҡортостан Президенты һәм килеп тыуған хәлде ҡайтанан ҡарарға һәм мотлаҡ яуап табырға вәғәҙә итте.
Кремль-музей төҙөләсәк
Баш ҡаланың З. Вәлиди, Яңы күпер, Пушкин һәм Воровский урамдары менән уратып алынған кварталда, Өфө – II ҡаласығы урынында, ҙур музей комплексы төҙөләсәк.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов буласаҡ музейҙың макеты менән танышты.
Музей комплексы архитектураһында тарих һәм бөгөнгө көн сағылыш табасаҡ. Ул яҡынса 3,6 гектар майҙанды биләйәсәк һәм мәҙәни-мәғлүмәти үҙәк, археологик, тарихи музейҙар, фәнни-мәғариф үҙәктән ғибәрәт булған дүрт блоктан торасаҡ.
Республика башлығына музей комплексын төҙөү идеяһы оҡшаны. Уның әйтеүенсә, был проектты бойомға ашырыу өсөн аҡсаның бер өлөшө республиканың 2011 йылғы бюджетына һалынасаҡ.
Кремль-музей менән йәнәш 22 ҡатлы ҡунаҡхана төҙөү ҙә күҙ уңында тотола.
Баш ҡалабыҙ – өсөнсө
Уртаса эш хаҡы кимәле Өфөлә 21165 һум тәшкил итә.
Миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында был – өсөнсө күрһәткес. Уның буйынса республикабыҙҙың баш ҡалаһы Екатеринбург һәм Новосибирскиҙан ғына ҡалыша. Бер йылда уртаса эш хаҡы Өфөлә яҡынса 26 процентҡа артҡан – был инфляция темптарына яҡынса тап килә.
Ыңғай динамика Өфөнөң хеҙмәт баҙарында ла күҙәтелә – бына ярты йыл инде көсөргәнешлек коэффициенты унда бер проценттан кәмерәк. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә булған 10,5 мең вакансияға ни бары 10,3 мең эшһеҙ теркәлгән. Сағыштырыу өсөн: былтыр бер эш урынына бер юлы ике-өс кеше дәғүә иткән ваҡыттар булған.
Хеҙмәт баҙарында артабан да тотороҡлоҡ һаҡланасаҡ, тип хәҙер ышаныслы әйтергә мөмкин, ти баш ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев. Вакансияларҙың 80 проценты төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь тармаҡ, сауҙа һәм эшкәртеү сәнәғәте өсөн эшсе профессияларға тура килеүе етди проблема булып тора. Ә мәшғүллек хеҙмәтендә, башлыса, башҡа һөнәр кешеләре иҫәптә тора.
Тыуым арта
Өфөлә ғинуарҙан сентябргә тиклем 10,7 мең бала тыуған. Был былтырғы ошо уҡ осорҙан 7,6 процентҡа күберәк.
– Яҡын арала ҡалалағы демографик хәл яҡшырыуын дауам итәсәк, тип раҫларға мөмкин, – ти баш ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев. – Яңы тыуған балаларҙы иҫәпкә алыуҙан тыш, буласаҡ әсәләрҙе лә иҫәпкә алалар. Йыл башынан уларҙың һаны меңгә артты, ә был, тыуым тағы ла артасаҡ, тигән һүҙ.
Хаҡтар контролгә алынды
Башҡортостан парламентарийҙары, хаҡтар мониторингын бойомға ашырыу буйынса эшсе төркөм төҙөп, республиканың аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде контролгә алды.
Төркөм составына бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү тәжрибәһенә эйә булған депутаттар ингән. Эшсе төркөм үҙ бурысын үтәргә тотондо ла инде. Ул ай һайын парламент президиумына һәм йәмәғәтселеккә башҡарылған эш һөҙөмтәләре, парламент тәҡдим иткән саралар тураһында хәбәр итеп торасаҡ.
Өфө – хәүефле территория
2009 йылғы экологик мониторинг йомғаҡтары буйынса Өфө Рәсәй Федерацияһындағы хәүефле территорияларға ҡарай.
Мәҫәлән, баш ҡала атмосфераһында этилбензолдың рөхсәт ителгән концентрациянан биш тапҡырға артығыраҡ булыуы билдәләнде. Һауаның торошо буйынса иң «бысрағы» – Орджоникидзе районы.
Республиканың баш санитар табибы урынбаҫары Нина Кондрова, халыҡтың дөйөм сирләүе 80 процентҡа һауаның бысраҡлығына бәйләнгән, ти. Баш ҡала һауаһында атмосфераны бысратыусы төрлө химик матдәләрҙең 400-ҙән ашыу атамаһы асыҡлана. Был сәнәғәт предприятиелары ташламаһы ла, автотранспорттан бүленеп сыҡҡан газдар эҙемтәһе лә – республикала автомобилдәр һаны йыл һайын 5 – 7 процентҡа арта һәм атмосфера бысраныуының 60 проценты тап уларҙың өлөшөнә тура килә.
Атмосфераны бысратыу онкологик сирҙәр артыуына ла йоғонто яһай. Һуңғы тиҫтә йылда Өфөлә онкосирлеләр һаны 12 тапҡырға артты.
Был юлы – алтын миҙал
Сентябрҙә Барнаулда уҙған «Себер һөт сәнәғәте» VII махсус конгресында Бәләбәй һөт комбинатының сыр өсөн ҡоро эремсеге профессиональ һөт продукттары смотр-конкурсының гран-прийын яулағайны.
Яңы эремсектең сифаты сираттағы тапҡыр раҫланды – ул «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ булды.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, эремсекте комбинат июндән сығара. Йәй башында заманса нанофильтрация технологияларын ҡулланып, эремсек етештереү буйынса яңы линия файҙаланыуға тапшырылды.
Алынған продукт ҡәҙимге ҡоро эремсектән ҡоро һөт тәме кеүегерәк шәрбәт тәме менән айырылып тора.
«Башинформ».