08.02.2013 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда интервенция фонды игене һатыла башланы – милли тауар биржаһы мәғлүмәттәре буйынса, тауар интервенциялары үткәрелә башлағандан алып, йәғни 2012 йылдың 23 октябренән дәүләт фондынан 13,57 миллиард һум суммаға 1,62 миллион тонна иген һатылған. Өсөнсө класлы игендең тоннаһы, уңыштың ниндәй йылғы булыуына ҡарап, уртаса 8277 − 9358 һум тәшкил иткән. 4-се класлы игендең тоннаһы 7947 − 9355 һумға һатылған.
Өфөлә «Йомарт йөрәк» хәйриә марафоны барышында инвалидтар өсөн бушлай ярҙам күрһәтеүсе юридик клиника асылды. Мөрәжәғәт иткән граждандарҙың күпселеген инвалидлыҡ буйынса пенсия күләме, өҫтәмә түләүгә хоҡуҡ, инвалидлыҡты билдәләү һәм уның буйынса ялыу биреү механизмы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн уларға ер участкалары бүлеү мәсьәләләре борсой. Ойоштороусылар – РФ Пенсия фонды, Медицина-социаль экспертиза бюроһы, ҡала хакимиәтенең торлаҡты бүлеү һәм иҫәпкә ҡуйыу бүлеге белгестәрен йәлеп итергә, консультациялар планлаштыра.
Башҡортостан Хөкүмәте «2013 − 2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында тарифтарҙы (хаҡтарҙы) дәүләт көйләүе» маҡсатлы программаһын раҫланы. Программаны финанслау күләме 139,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауар (хеҙмәт) баҙарында оҙайлы сроклы тотороҡлоҡто тәьмин итеү өсөн, ҡануниәт сиктәрендә иҡтисади яҡтан нигеҙле тарифтар (хаҡтар) билдәләргә тәҡдим ителә.
Хәйбулла районында «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләр менән осрашыу үтте. Күп балалы әсәләр төбәктә айырыуса ҙур проблемаларҙың булмауын билдәләне. Осрашыу һуңында район хакимиәте башлығы ҡатындарҙы юғары наградаға эйә булыуҙары менән ҡотланы, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләне.
Өфөнөң Ленин районы уҡыусылары «ҡағыҙ бумы!» акцияһының икенсе этабында 17 тоннаға яҡын макулатура йыйған. «ҡағыҙ бумы!» Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә, эшкәртеүгә йүнәлтелгән бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һүҙ. Тәбиғәтте һаҡлау акцияһы Өфөнөң барлыҡ райондарында ла үтәсәк.
Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.