16.10.2010 Өс һөйләм менән
БР Президенты Р. Хәмитовтың бойороғо менән республикала һунар миҙгеле асылды. Республиканың барлыҡ территорияһында, федераль әһәмиәттәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән тыш, һунарсылыҡ, һәүәҫкәр һәм спорт һунары, ғилми-тикшеренеү һәм мәғариф эшмәкәрлеген алып барыу һәм һунар ресурстары иҫәбен көйләү маҡсатындағы һунар рөхсәт ителде. Шулай уҡ Президенттың бойороғо менән республика биләмәһендә һунар ресурстарын аулауға лимит һәм квоталар билдәләнде.
Йәрмәкәй районы советы ултырышында район хакимиәте башлығы тәғәйенләнде. Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы вазифаһын контракт буйынса Ғафуан Шәйхетдинов башҡарасаҡ. Ә бына Ғафури районында хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителде һәм икенсе етәксе тәғәйенләнгәнгә тиклем Ғафури районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Әнүәр Муллағолов башҡарасаҡ.
Башҡортостанда «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы иғлан ителде. Конкурс барышында эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы шарттар тыуҙырған предприятиелар асыҡланасаҡ. Әлеге ваҡытта конкурста ҡатнашыуға ете предприятие заявка биргән.
Уҙған аҙнала Башҡортостанда ОРВИ менән ауырыусылар һаны 4,3 процентҡа кәмегән. 27 сентябрҙән 3 октябргә тиклем вируслы инфекция менән республикала 16,5 мең кеше ауырыһа, шуларҙың 65 процентын 14 йәшкә тиклемге балалар тәшкил иткән. Өфөлә иһә 4,6 мең ауырыуға ошондай диагноз ҡуйылған.
Баш ҡалала «Иң яҡшы алмаштырыусы ғаилә – 2010» конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда ҡатнашыусы 14 ғаилә араһында еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнде. «Иң яҡшы патронат ғаилә», «Иң яҡшы опекун ғаиләһе», «Баланы тәрбиәгә алыусы иң яҡшы ғаилә» номинациялары буйынса еңеүселәргә унар мең һумлыҡ бүләктәр тапшырылды.
Өфөлә ҡаҙағстан Милли опера һәм балет театрының гастроле бара. Беҙҙең тамашасыларға улар Гертелдең «Тщетная предосторожность» балетын тәҡдим итмәксе. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙың программаһында «Отелло», «Коппелия», «Баядерка» спектаклдәре лә бар.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.