08.02.2013 Программалар тормошҡа ашырыла
БР Хөкүмәте һәм РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығы араһындағы килешеүгә ярашлы, 1999 йылдан алып Пенсия фонды бюджетынан социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу иҫәбенә субсидия бүленә.
2012 йылда ошо маҡсатҡа 17,2 миллион һум аҡса тотонолған. Шуның 4,9 миллион һумы ҡартлыҡ йә инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусы 568 пенсионерҙың торлағына газ үткәреү сығымының бер өлөшөн ҡаплауға, 7,1 миллион һумы туғыҙ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы бинаһын ремонтлауға киткән. Биш психоневрология интернаты өсөн 2,3 миллион һумлыҡ кухня һәм кер йыуыу ҡорамалдары һатып алынған.
РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, был саралар 1 737 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Бынан тыш, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Салауат, Федоровка, Хәйбулла райондары һәм Бәләбәй, Бөрө, Учалы ҡалаларының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәге өсөн микроавтобустар һатып алынған.
РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.