16.10.2010 Ул – Рәсәйҙең данлыҡлы кешеһе
Был юмор түгел. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың исеме «Рәсәйҙең билдәле кешеләре – 2010» энциклопедияһына индерелгән
Был данлыҡлы белемгә төрлө өлкәлә уңышлы эшләүсе 200-ҙән ашыу күренекле ватандашыбыҙҙың тормошо һәм ижады хаҡында мәҡәләләләр, төҫлө портреттары һәм анкета һорауҙарына яуаптары урын алған.
«Мәҙәниәт һәм сәнғәт» бүлегендә, яҙыусы һәм тәнҡитсе Лев Аннинский, артист Владимир Винокур, театр һәм кино актеры Армен Джигарханян, телевидение алып барыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Николай Дроздов, актриса Елена Кондулайнен менән бер рәттән, башҡорт сатиригы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимовтың, «Белым по черному» китабы өсөн Сергей Михалков исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия лауреатының, исеме лә булыуы ҡыуаныслы.
Юмористың анкета һорауҙарына биргән яуаптары ла ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле: хыялы – «хатта мине белмәгән һәм мине уҡымаған рәсәйҙәрҙең йөҙөндә йылмайыу күреү»; кредоһы – «бөтә насар нәмәләргә оппозицияла булыу».
«Кислер компани» нәшриәт йортоноң генераль директоры, энциклопедияның баш мөхәррире Михаил Фомичев был баҫманың бер данаһын Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға бүләк итте.
Әлим ФӘЙЕЗОВ.