16.10.2010 Һәр бейеклектең үҙ баһаһы
Республика көнөн билдәләгәндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙыусы, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире Ринат Камалға, фоторәссам, Республика халыҡ ижады үҙәгенең кинофото бүлеге мөдире Рәмил Килмәмәтовҡа, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры, композитор Рөстәм Сабитовҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙы.
Яҙыусы Ринат Камал республика башлығына өс романдан торған «Әлфирә» исемле китабын тапшырғанда, был премияны башҡорт әҙәбиәтенә оло баһа тип ҡабул итәм, тине.
Президент фоторәссам Рәмил Килмәмәтов менән элегерәк, министр булып эшләгәндә үк, таныш булған.
– Фотолар аша республиканың йылъяҙмаһын төҙөп була, тип янып йөрөй торғайны был тынғыһыҙ ижадсы, – тине республика башлығы.
Композитор Рөстәм Сабитовтың Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса ҡуйылған «Прометей» балеты өсөн яҙылған музыкаһын Рөстәм Хәмитов, балет, оратория һәм симфонияның үҙенсәлекле бөтөнлөгө, тип атаны.
М. ҒАРИФУЛЛИН.
В. КАРАБАНОВ фотоһы.