01.02.2013 Сит илдә уҡығығыҙ килһә
Юғары белем алырға теләүселәр өсөн бик шәп яңылыҡ бар – ошо көндәрҙә “Глобаль мәғариф” тип аталған федераль кимәлдәге Президент программаһы старт ала. Уның проекты әҙер. Программа йәштәргә донъяның иң һәйбәт юғары уҡыу йорттарында белем алырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов абитуриенттарҙы, студенттарҙы һәм юғары уҡыу йортонда уҡытыусыларҙы яңы программала әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
− Донъяның иң һәйбәт юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алыу мөмкинлеге һәр кемдә бар. Уҡыу тамамланғандан һуң программала ҡатнашыусылар Рәсәйгә кире ҡайтырға тейеш. Улар бында уҡыған профиле буйынса эш алып барасаҡ. Кәмендә өс йыл. Юғары технологиялы компанияларҙа, юғары белем һәм фән өлкәһе менән идара итеү, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында социаль тармаҡта эшләү тураһында һүҙ бара, − ти Дмитрий Шаронов.
Программаны тормошҡа ашырыу барышында федераль бюджет аҡсаһына Рәсәйҙең өс мең гражданын сит илгә ебәреп уҡытып алырға ниәтләнелә. Әлбиттә, улар араһында Башҡортостандың егет-ҡыҙҙарын күрергә теләр инек. Программа проекты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Стратегик инициативалар агентлығының рәсми сайтына инегеҙ!