29.01.2013 Донъя яңылыҡтары
30 көнлөк матәм
Бразилия Президенты Дилма Роуссефф илендә өс көн дауам итәсәк матәм иғлан итте.
Илдә ҙур бәлә – үткән ял көнөндә Санта-Мария ҡалаһындағы төнгө клубта янғын сығып, 233 кеше янып үлгән. 270 мең кеше йәшәгән ҡаланың үҙендә матәм 30 көн буйы дауам итәсәк.
Дискотекалағы янғында зыян күреүсе 160 тирәһе кеше дауаханаларҙа ята, табиптар, уларҙың күпселегенең хәле яҡшы түгел, тип билдәләй.
Фажиғә төнгө клубта студенттар өсөн ойошторолған дискотекала пиротехниканы дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында килеп сыҡҡан. Ял итергә килгән йәштәр араһында паника башланған һәм кешеләр, бер-береһен тапап-иҙеп, сығып ҡасырға тырышҡан. Һәләк булыусыларҙың күбеһе – 20 йәше лә тулмаған студенттар.
Балыҡсылар ҡазаға тарыған
Япон диңгеҙендә һәләкәткә осраған "Шанс – 101" судноһында булған балыҡсыларҙы эҙләү дауам итә.
Суднола 30 кеше булғанлығы билдәле, уларҙың күпселеге – Рәсәй граждандары. Балыҡсыларҙы Приморьеның Тернейск районында урынлашҡан ҡотҡарыусылар ойошмаһы эҙләй.
Фажиғәгә тарыған кешеләрҙе эҙләүгә бик күп техника йәлеп ителгән.
Көнгөрәләр илен һыу баҫа
Австралияны һыу баҫыу арҡаһында 20 меңдән ашыу йорт һыу аҫтында ҡалған.
Уларҙа йәшәүселәрҙең бөтәһе лә тиерлек хәүефһеҙ урынға күсерелгән. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ҡазаһы арҡаһында һәләк булыусылар ҙа, хәбәрһеҙ юғалыусылар ҙа бар.
Әле илдең Брисбен ҡалаһы халҡы тағы ла яңы ташҡынды ҡаршыларға йыйына. Унда 2 миллиондан ашыу кеше йәшәй, ташҡын арҡаһында уларҙың барыһын да эвакуациялау талап ителә. Был илдә көслө ямғырҙар аҙнанан ашыу дауам итә, етмәһә, көслө ел иҫә.
Кемдә нимә ҡайғыһы
Францияның баш ҡалаһында, бер енесле кешеләрҙең никахын рәсми теркәүҙе талап итеп, ҙур-ҙур акциялар ойошторолдо.
Билдәле булыуынса, илдә ошондай никахтарҙы теркәүгә рөхсәт биреүсе закон проекты әҙерләнгән һәм ул бөтә донъяны шаҡ ҡатырҙы.
Урындағы полиция һанап сығарыуынса, маршта ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта бара. Ләкин бер енесле кешеләрҙең никахына ҡаршы сыҡҡан демонстранттарҙың һаны күпкә артығыраҡ. Закон проектының ҡабул ителеү ихтималлығы бик юғары. Сөнки Франция парламентарийҙарының күпселеге уны хуплай.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.