19.10.2010 Мәскәү ваҡыты: ыңғай һәм кире яҡтары
Ыңғай:
Иҡтисади яҡтан уңайлы. Сәғәтте үҙгәртеү банк процедураларын ябайлаштырыу, сығымдарҙы кәметеү өсөн яҡшы. Банкыларҙа аҡса күсереү арзанға төшәсәк. Һауа һәм тимер юлы транспорты эшенә ыңғай буласаҡ. Балыҡсылар, хоккей, футбол көйәрмәндәре, сәйәхәтселәр, эшҡыуарҙар өсөн уңай. Мәҫәлән, донъя кимәлендәге футбол матчтарын төндә түгел, кисен ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.
Кире:
Мәскәү ваҡытына күсһәк, көн ике сәғәткә ҡыҫҡара. Был электр энергияһын артыҡ ҡулланыуға, енәйәт һәм юл-транспорт һәләкәттәре күбәйеүенә килтерәсәк. Бынан тыш, кешенең ялға, спортҡа, саф һауала йөрөүгә бүлгән ваҡыты ҡыҫҡара. Кеше яҡтыла эшләп, ҡараңғыла ял итергә тейеш. Ә сәғәтте күсергәндә, улай килеп сыҡмаясаҡ. Ошонан депрессия башланыуын, биологик ритм боҙолоуын көт тә тор. Көҙгө һәм яҙғы ваҡыттарға күсеү ҙә бер ни тиклем ҡыйынлыҡ тыуҙыра, ә Мәскәү ваҡытына күсеүҙең, тимәк, бер юлы ике сәғәткә – тик кире эҙемтәһе генә булыуы мөмкин.