25.01.2013 Бөтә мәғлүмәт – бер картала
1 ғинуарҙан граждандарҙың ғаризаһы буйынса универсаль электрон карталар сығарыла башланы. Уны алыр өсөн үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ, дәүләт пенсия страховкалауының страховкалау таныҡлығы, мотлаҡ медицина страховкалау полисы, ғариза биреүсенең льготаға хоҡуғын раҫлаусы документ булһын. Әгәр ҙә граждан үҙе ғариза бирә алмаһа, быны уның законлы вәкиле эшләй ала. Универсаль электрон картаны алған саҡта иһә шәхесте раҫлаусы документты күрһәтеү ҙә етә.
Был картанан баш тартырға ла мөмкин. Бының өсөн ғариза ҡабул итеү урындарында был турала хәбәр итергә кәрәк.
Башҡортостандың мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы хәбәр итеүенсә, универсаль электрон карта өсөн ғаризалар яҙыу һәм уны алыу пункттары Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Бөрө, Сибай, Белорет, Салауат, Нефтекама һәм Мәләүез ҡалаларында булдырылған. Офистары Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы, “УралСиб” банкыһында, шулай уҡ “Социаль карталарҙың башҡорт регистры” ойошмаһында урынлашҡан.
Универсаль электрон карта берҙәм федераль стандарт нигеҙендә әҙерләнгән. 2014 йылда ул Рәсәй субъекттары сығарған бөтә социаль карталарҙы алмаштырасаҡ. Уның ярҙамында дәүләт һәм коммерциялы хеҙмәттәр менән файҙаланырға, улар өсөн түләргә, шулай уҡ сауҙа-сервис нөктәләрендә, ғәҙәти банк картаһы менән кеүек үк, иҫәпләшергә мөмкин. Яҡын киләсәктә уның Рәсәй гражданының шәхесен раҫлаусы идентификаторға әйләнеүе бар. Проект авторҙары әле шуның өҫтөндә эшләй.
Г. ЯХИНА.