22.01.2013 Халыҡҡа уңайлылыҡ өсөн
«Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы күрһәткән хеҙмәттәренең сифатын күтәреү өсөн эшмәкәрлегенә яңылыҡтар индереүҙе дауам итә.
Был юлы бында хоҡуҡтарҙы һәм күсемһеҙ милекте теркәү ваҡыты ҡыҫҡартылды. Идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Наталья Шаһиева белдереүенсә, быйыл 1 ғинуарҙан уҡ, Өфө ҡалаһы һәм Өфө районынан тыш, республиканың башҡа төбәктәре халҡы күсемһеҙ милек хоҡуғын 15 календарь көндә (закон буйынса – 20 көн) теркәй алһа, 14 ғинуарҙан Өфө ҡалаһы һәм районында йәшәүселәргә лә бындай уңайлылыҡ булдырылды. Ә Октябрьский, Ағиҙел ҡалаларында, ҡалтасы, Тәтешле райондарында хоҡуҡты теркәү 10 көндә башҡарыла.
Йәнә лә яҡшы яңылыҡ – 2012 йылдың 1 ноябренән республика район-ҡалаларында йәшәүсе өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған йә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә бүленгән ер участкалары биш эш көнөндә теркәлһә, ошо йыл башынан әлеге категория граждандарына ҡараған өфөләр ҙә был мөмкинлеккә эйә булды.