18.01.2013 “Резина фатир”ҙарға ҡаршы көрәш
Ялған теркәү өсөн яза ҡаты буласаҡ
Бынан ары “резина фатир” булдырған өсөн өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре бар. РФ Дәүләт Думаһына йәшәү урыны буйынса теркәү ҡағиҙәһен үтәмәгән граждандарҙың яуаплылығын көсәйтеүгә йүнәлтелгән закон проекты индерелде.
Был проекттың инициаторы РФ Президенты В. Путин, бәләкәй генә фатирға хатта бер юлы һыя алмаҫлыҡ әллә күпме кешене теркәйҙәр, тине һәм ошо юҫыҡта эшләргә кәрәклеген белдерҙе. Рәсәйҙә йыл һайын законһыҙ юл менән меңләгән кеше теркәлә, күптәре күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәй. Шуға күрә мигранттарҙың аныҡ һанын иҫәпләү мөмкин түгел. “Былтыр ялған документтар менән өс йөҙ меңдән ашыу кеше теркәлгән 6,5 мең адрес асыҡланды, – ти РФ Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Павел Крашенинников. – Улар араһында хәрби хеҙмәттән, суд хөкөмөнән ҡасып йөрөүселәр бик күп”.
Яңы закон проектында сит ил гражданы йәки гражданлығы булмаған кешене алдап теркәгән өсөн граждандарға – 3 мең һум, йорт хужаларына – 5 мең һум, юридик берәмектәргә 750 мең һумға тиклем штраф һалырға тәҡдим ителә. Ялған документтар менән кешене теркәгән өсөн 100 – 500 мең һум штраф йәки өс йылға тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү, йә шул уҡ ваҡытҡа иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Депутаттар, өҫтәмә яза булараҡ, хоҡуҡ боҙоусыны өс йылға тиклем билдәле бер вазифанан мәхрүм итеү йәки билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйыуҙы тәҡдим итә. Закон үҙ көсөнә инһә, төҙәтмәләр РФ Енәйәт кодексына ла индереләсәк.
Өфө эксперттары закон проектын бер тауыштан хупламай. Мәҫәлән, “Квартал Недвижимость” компанияһы директоры Игорь Петухов: “Фатирға теркәлеүсе мигранттарҙың һанын кәметергә кәрәк. Әммә был мәсьәләне хәл итеүгә тик бер яҡтан ғына ҡарарға ярамай. Эш биреүсе эшселәре өсөн шарттар булдырырға тейеш. Мәҫәлән, ҡайһы бер төбәктәрҙә мигранттар өсөн ятаҡтар төҙөй башланылар”, – тигән фекерен белдерҙе.
“Результат” юридик фирмаһы белгесе Таңһылыу Саҙретдинова: “Закон проекты мигранттарҙы илдә ваҡытлыса йәшәү һәм эшләү хоҡуғынан мәхрүм итә. Фатирға теркәлеү унда физик йәшәүҙе аңлатмай әле. Был бары адрес, уның аша шул кеше менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Әлеге төҙәтмәләрҙең бер ниндәй ҙә логикаһы юҡ. Улар легаль булмаған бизнес менән көрәшеп, торлаҡ хужаларының хоҡуғын сикләй”, – ти. Законға ярашлы, фатир хужаһы үҙенең йортона теләгән кешене теркәй, бүлмәләрен һата ала.
Федераль миграция хеҙмәте бынан ары шәхси йорт, фатир, бүлмә, дача һ.б. ҡуртымға биреүселәрҙән унда йәшәүселәрҙе мотлаҡ теркәттермәксе. Законһыҙ мигранттарға ҡаршы көрәшеү Рәсәй халҡының да бәкәленә һуғасаҡ.
Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.