RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

15.01.2013 Донъя яңылыҡтары

Грузияла – ҙур амнистия
Донъя яңылыҡтары
Грузияла сәйәси статьялар буйынса хөкөм ителгәндәрҙе иреккә сығарыу буйынса масштаблы амнистия иғлан ителгән.
Әлеге көндә 200-гә яҡын кеше төрмәнән сыҡҡан. Ике ай эсендә ауыр булмаған һәм иҡтисади енәйәттәрҙә ғәйепләнеүсе өс мең тотҡон иреккә сығасаҡ. Амнистия тураһындағы закон парламент тарафынан былтыр декабрҙә ҡабул ителгәйне. Тотҡон­лоҡтан азат ителеүселәр араһында „Рәсәй шпиондары” тип атап йөрөтөлгән Рубен Шикоян, Тариель Абашидзе, Гела Какабадзе, Вячеслав Плужников һәм башҡалар бар. Шулай уҡ Грузияның йыйылма футбол командаһы футболсыһы Гиоргий Дематрадзеға ла амнистия иғлан ителгән.

Министрлыҡтар һаны арта

Рәсәйҙә тәбиғәт ресурстары министрлығы ҡайтанан тергеҙеләсәк.
Яңы ведомство балыҡсылыҡты көйләү, урман хужалығы һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнәсәк. Балыҡ­сылыҡ тармағы Ауыл хужалығы ми­нистрлығынан сығарыласаҡ. Анали­тиктар һуңғы дүрт йылда балыҡ үрсетеү һәм уны аулау күләменең кә­меүен билдәләй.
Яңы структурала был тармаҡты үҫтереү менән профессионалдар шөғөлләнәсәк. Ауыл хужалығы министрлығын Аҙыҡ-түлек ресурс­тары министрлығы тип тә үҙгәртеүҙәре ихтимал.

Юлбарыҫтарҙы үлтереү кемгә кәрәк?

Билдәле цирк артисы Артур Багдасаров үҙенең труппаһындағы юлбарыҫтарҙы ағыулағандар тип белдергән.
Эксперттар ике хайуандың да бауырында көслө этиленгликоль ағыуын тапҡан. Билдәле булыуын­са, декабрҙә уларҙың етенсе юлбарыҫы үлгәйне. Һигеҙен­сеһен ҡотҡарып ҡалһалар ҙа, ул һуҡырай­ған. Труппа етәксеһе әйтеүенсә, дүрт аяҡлы артистарҙы үлтереү яуыз ниәттән сығып эшләнгән, шуға ла тиҙҙән барлыҡ хеҙмәткәр­ҙәр ҙә полиграф аша тикшереү үтәсәк.

Кубаларға барлыҡ юлдар асыҡ

Куба граждандары хәҙер сит илгә властарҙан махсус рөхсәт һорамайынса ла сыға ала.
ҡулыңда сит ил паспортың, юл йөрөү билетың ғына булһын. Сит илдә рөхсәтһеҙ булыу ваҡыты – 1 ай­ҙан 24 айға тиклем. Элек азатлыҡ утрауында йәшәүселәргә урындағы миграция эштәре буйынса идаралыҡтан рөхсәт биреүсе документ алыу шарт ине. Медицина белгестәре, министрлыҡ рөхсәт итмәһә, сит илдәргә сәйәхәткә сыға алманылар. Әлеге сикләүҙәр спортсыларға, дәүләт серен һаҡлаусыларға ғына ҡағыла.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә