15.01.2013 Ихтыяж булғанға арта
Һәр ерҙә торлаҡ хаҡының етеҙ генә үргә үрмәләүен ишетеп-белеп торабыҙ.
Бына Өфөнөң дә күсемһеҙ милек баҙарындағы фатирҙар сегментында тәҡдим ителгән максималь хаҡ 32 миллион һум тәшкил итә. Рихард Зорге урамындағы элиталы, йәғни бик тә уңайлыҡлы йортта урынлашҡан 330 квадрат метрлыҡ фатир тап шул хаҡҡа һатыла.
“Эксперт” күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында элиталы йорттарҙың бер квадрат метры 78 – 120 мең һум тора. Былтыр күсемһеҙ милек баҙарының әлеге сегментында хаҡтар 17 процентҡа артҡан. Арта, тимәк, алыусылар бар, тигән һүҙ түгелме һуң? Баяғы “текә” йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу менән ундағы фатирҙар ярты йыл эсендә тотош һатылып бөтә, ти, бит. Халыҡ әллә ысынлап бай, әллә ипотекаға инә?