15.01.2013 Өс һөйләм менән
2013 йылда Үҙәк хәрби округ хәрби частарға, шул иҫәптән Башҡортостанда урынлашҡан частарға контракт буйынса хеҙмәт итергә 5,5 меңдән ашыу кешене йүнәлтергә планлаштыра, был күрһәткес, үткән йылдар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. 2012 йылдың 1 сентябренән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу менән махсус пункттар шөғөлләнә, хәрби комиссариаттар менән берлектә улар кандидаттарға психологик тест һәм медицина тикшереүе үткәрә. Әлеге ваҡытта Үҙәк хәрби округ биләмәһендә ошондай 25 пункт эшләп килә, уларға үткән йылдың дүрт айы эсендә 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
Быйылдан бер кәрәҙле операторҙан икенсеһенә күскәндә элекке номерҙы һаҡлап буласаҡ. Рәсәйҙең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы “Бәйләнеш тураһындағы” Федераль законға индергән төҙәтмәләргә ярашлы, был хеҙмәт менән ҡулланыу өсөн абонентҡа икенсе бәйләнеш операторына ғариза яҙырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта элекке элемтә операторына уның бурысы булмаҫҡа тейеш.
Яңы йыл байрамдары ваҡытында наркополицейскийҙар 13 килограмдан ашыу наркотик матдә тартып алған, утыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған. Законһыҙ әйләнештән 100 грамм героин, 13 килограмдан ашыу марихуана, 120 грамм амфетамин, шулай уҡ гашиш, дезоморфин һәм башҡа синтетик наркотиктар алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ышаныс телефоны”на (номеры 8-800-347-20-30, шылтыратыу бушлай, ул тәүлек әйләнәһенә эшләй) наркотик һатыусылар, притондар тураһында хәбәр итергә мөмкин.
Бөгөнгә республикала берҙәм федераль өлгөлө 35 400 һунар билеты тапшырылған. Ул бушлай бирелә, ваҡыты сикләнмәгән, шәхес тураһында мәғлүмәт Дәүләт һунар хужалығы реестрына индерелә. Ошондай типтағы документ алғандарға ғына һунарға рөхсәт бирелә, әйткәндәй, бөгөндән – мышыға, 28 февралдән ҡабанға һунар миҙгеле ябыла.
Бөрйән районында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2013” конкурсының финалы үткән. Иң яҡшы уҡытыусы исеменә Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы, Байназар һәм Асҡар ауылдары педагогтары көс һынашҡан. Һөҙөмтәлә Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова еңеүсе тип танылған.
Былтыр БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ун меңдән ашыу, йәғни 2011 йыл менән сағыштырғанда, 58 процентҡа күберәк ялыу килгән. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында ризаһыҙҙар күберәк булған. Халыҡ йышыраҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн билдәләнгән түләү күләменә һәм идара итеүсе компанияларҙың эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдергән.
Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.