15.01.2013 Башҡортостан депутаттары Мәғариф тураһындағы законға төҙәтмәләр индерҙе
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закон ҡабул ителгәндә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай тарафынан индерелгән ете төҙәтмә хупланды. Беҙҙекеләр закон проектына барлығы 17 төҙәтмә индерергә тәҡдим иткәйне.
Аныҡ төҙәтмәләргә туҡталғанда, улар бик мөһим.
Урындағы бюджеттарға субвенциялар биреү юлы менән муниципаль мәктәптәрҙә балаларға өҫтәмә белем биреүҙе тәьмин итеүгә хоҡуҡ буйынса төҙәтмә закон менән нығытылды. Быға биналарҙы төҙөк хәлдә тотоуға һәм коммуналь сығымдар, хеҙмәт хаҡын түләү, дәреслектәр һәм ҡулланмалар, белем биреү саралары, уйындар, уйынсыҡтар һатып алыу инә. Муниципаль белем биреү ойошмаһын ҡайтанан ойоштороу йәки ябыу тәртибен анығыраҡ формалаштырыуға бәйле төҙәтмә лә федераль парламент тарафынан хупланды. Бынан ары мәғариф учреждениеһын ябыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителгәндә халыҡтың фекере иҫәпкә алынасаҡ. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың инвалид балалар өсөн юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ташламаларҙы һаҡлап ҡалыуға ҡағылышлы һәм башҡа төҙәтмәләре ҡабул ителде.
Әйткәндәй, “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль закон 2013 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инә.