15.01.2013 Ҡурсаҡ театры... мөғжизәле балыҡҡа әүереләсәк?!
Өфөләге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһына яңы һулыш өрөү буйынса проекттарға асыҡ конкурс иғлан ителгәйне. Унда йәш архитекторҙар төркөмө еңеп сыҡҡан. Тиҙҙән Анастасия Иванова, Иван Ладыгин һәм Алиса Тайыпованың проектына ярашлы, бинала “Конек-горбунок” әкиәте һүрәтләнәсәк. Теүәлерәге, объект үҙе үк кит рәүешендә төҙөләсәк.
“Чудо-Юдо-Рыба-Кит” бинаһы, уның өҫтөндә урынлашҡан тотош ҡаласыҡ, әкиәт геройҙары – Иван, Жар-птица, хәйләкәр батша йәш тамашасыларҙы, һис шикһеҙ, йәлеп итер, тигән өмөттә авторҙар.
ҡурсаҡ театрына, уның тирә-йүненә, ысынлап та, күптән реконструкция кәрәк ине. Хәҙер иһә еңеп сыҡҡан проектты финанслауҙарын һәм мөғжизәле мөхит көтөргә генә ҡала. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһының бер мөйөшөнә булһа ла башҡорт әкиәттәре геройҙары ла “һыйһа”, тағы ла уңышлыраҡ булыр ине, бәлки.