11.01.2013 Күп балалы ғаиләләргә – өҫтәмә пособие
Башҡортостанда 2013 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан (йәғни 5600 һумдан) кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр ай һайын 1,5 – 3 йәштәге һәр өсөнсө һәм унан һуңғы балаға өс мең һум күләмендә аҡсалата түләү аласаҡ.
Бындай социаль ярҙам яҡынса ун өс мең балаға биреләсәк. Уны түләү өсөн бюджеттан 230 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
Бынан тыш, күп балалы ғаиләләр өсөн физкультура-һауыҡтырыу һәм мәҙәниәт учреждениеларына йөрөүгә, шулай уҡ йәмәғәт транспортында йөрөүгә льготалар аҡсаға әйләндерелә. Был маҡсатта өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән һәр ғаилә ай һайын 410 һум аҡса аласаҡ.