RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң мөһиме − балаларға урын булһын

11.01.2013 Иң мөһиме − балаларға урын булһын

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Достоевский урамындағы шәхси балалар баҡсаһында булды.
Баҡса етәксеһе Эвелина Северина, ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап, Президент Хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Балалар баҡсаһы 2009 йылда асылған. Йәш эшҡыуар беренсе ҡаттағы майҙаны 56 квадрат метр булған фатирҙы һатып ала ла, уны 74 квадрат метр­ға тиклем киңәйтә. Бында ике уйын бүлмәһе, йоҡо урыны, ванна, аш бүлмәләре бар. Ризыҡты әсәһе әҙерләй, тәрбиәсе ярҙамсыһы алғандар, аҙыҡ-түлек һатып алыу, ремонт кеүек эштәр − Эвелинаның иренең бурысы. Башлыса, төркөмдә 4,5 йәшкә тиклемге 20 бала була. Северина учреждениены киңәйтеү хыялы менән яна.
Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов белдереүенсә, шәхси балалар баҡсаһы һаны баш ҡалала әле 54-кә етә.
Президент та шәхси мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларын арттырыу яҡлы.
− Бөгөн республикала 195 меңләп 3 – 6 йәшлек бала бар, Өфөлә ете йәшкәсә − 80 мең. 2020 йылға белгестәр демография йәһәтенән үҫеш буласағын күҙаллай. Бөтә балаларға баҡса кәрәгәсәк. Дәүләт учреждениелары ғына етмәҫ. 2012 йылда биш миллиард һум аҡса тотоноп, 10 мең тирәһе урын булдырылған. Дәүләт балалар баҡсаһында бер урын булдырыу өсөн 500 – 700 мең һум аҡса китә, − тине Рөстәм Хәмитов. Һәм шәхси балалар баҡсаһына бәйле миҫал килтерҙе. Әгәр мэрия 100 квадрат метр майҙанлы фатирҙы дүрт миллион һумға һатып алып, шәхси эшҡыуарҙарға бирһә, унда 15 бала тәрбиәләнһә, бер урын хаҡы 260 мең һумға торош итәсәк. Йәғни дәүләт тотонғандан ике тапҡырға әҙ.
Ирек Ялалов, Өфөлә элекке балалар баҡсалары биналарын кире ҡайтарыу эше дауам ителеүе хаҡында белдереп, Еңеү урамындағы бинаны Эвелина Северина­ға ҡарарға тәҡдим итте.
Республика башлығы иһә шәхси баҡсалар ойошторорға теләүселәргә ҡаршылыҡ тыуҙыр­маҫҡа ҡушты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә