11.01.2013 Башҡортостан депутаттары яҙғы сессияға әҙерләнә
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙа яҙғы сессия асылды. Ошоға бәйле, закон сығарыусылар эшмәкәрлек буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Парламент спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың президиумы, даими комитеттары һәм секретариаты эшмәкәрлеген дауам итә. 2012 йыл депутаттар өсөн республика ҡануниәтен әүҙем камиллаштырыу осоро булды. Ул Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы һәм Рәсәй тарихы йылы булараҡ иҫтә ҡалды. Парламент алдына ҡуйған маҡсаттарына иреште, тиергә мөмкин. Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге закондары беҙҙең төбәкте социаль һәм иҡтисади йәһәттән эҙмә-эҙлекле үҫтереүгә булышлыҡ иткән мөһим факторға әүерелә.
Константин Толкачев республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенең төп йүнәлеш булып тороуын билдәләне.
– Башҡортостан Республикаһы Президенты Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы осорға эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне, – тине республика парламенты Рәйесе. – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына билдәләнгән бурыстарҙы иҫәпкә алып, артабан да республика тормошоноң бөтә өлкәләрен эҙмә-эҙлекле үҫтереүҙе тәьмин итеү беҙҙең төп маҡсат булып тора.
Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, закон проекттары өҫтөндәге эште тамамлау зарур.
Парламентарийҙарҙың урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары өлкәһендәге закондар сығарыу эшмәкәрлегенең көсөргәнешле булыуы көтөлә. Муниципаль хеҙмәткә бәйле закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекттары өҫтөндә лә етди эшләйһе бар. Федераль кимәлдә Һайлау тураһындағы кодексҡа төҙәтмәләр индереүҙе иҫәпкә алған үҙгәрештәр ҙә индереләсәк.
Депутаттар “Башҡортостан Республикаһында бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү буйынса яңы закон проектын тикшерәсәк. Бынан тыш, “2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү тураһында” һәм “2012 йылға Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджетын үтәү тураһында” закондарын да ҡараясаҡ. Тағы ла үҙгәрештәргә килгәндә, был халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау, янғын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәләрендә мөнәсәбәттәрҙе көйләгән ғәмәлдәге закондарға ҡағыла.
Ә төп йүнәлештәрҙең береһе булып социаль өлкәлә ҡануниәтте үҫтереү ҡала. Шул өлкә буйынса эшләгән комитеттың алдағы осорға маҡсаттары иҫәбендә адреслы социаль ярҙам, опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлеге, шәхси медицина ярҙамы, граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү бар.