08.01.2013 Йыл эмблемаһы раҫланды
Белеүегеҙсә, 2013 йыл Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында маҡсатлы йылдың иң яҡшы эмблемаһы һәм девизы конкурсына йомғаҡ яһалды. Эмблема проекттары араһынан республикабыҙҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эше иң яҡшыһы тип табылды. Эмблемала күккә ынтылған аҡ бөркөт төшөрөлгән.
Нәсих Хәлисов хәбәр итеүенсә, бөркөт осраҡлы ғына төшөрөлмәгән. Бөркөттәр йәшәү урыны итеп экологик яҡтан таҙа төбәктәрҙе генә һайлай. Эмблеманың фоны – тамсы. Ул республикабыҙ флагын һынландырған өс төҫтән тора.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы девизы: “Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!” Уның авторы – Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе.