25.12.2012 Пенсия фондының бюджеты раҫланды
Ил Президенты В. Путин “РФ Пенсия фондының 2013 йылға бюджеты һәм 2014 – 2015 йылдарға планы” законына ҡул ҡуйҙы. 2013 йылға бюджет 6,343 триллион һумлыҡ килем һәм 6,089 триллион һумлыҡ сығым буйынса формалашҡан. Профицит күләме 254,6 миллиард һум тәшкил итә.
2013 йылда хеҙмәт пенсиялары ике тапҡыр арттырыласаҡ. Тәүге индексация 1 февралдә, икенсеһе 1 апрелдә буласаҡ. Ә августа, һәр ваҡыттағыса, эшләүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсиялары ҡайтанан иҫәпләнәсәк.
Дәүләт пенсия тәьминәте һәм социаль пенсиялар 1 апрелдән 5,1 процентҡа артасаҡ. Шунда уҡ ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр 5,5 процентҡа күбәйәсәк.
Һөҙөмтәлә уртаса айлыҡ хеҙмәт пенсияһы – 10 313 һум, ә социаль пенсия 6 169 һум буласаҡ.