25.12.2012 Кореянан электрон белем алырға өйрәнәбеҙ
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Корея Республикаһына барып ҡайтты.
Ике көнлөк эш сәфәрендә республика башлығы Корея Хөкүмәте ағзалары менән осрашты, бер нисә юғары уҡыу йортонда һәм ғилми үҙәктә булды.
Мёнджи университетында Башҡортостан Президенты электрон китапхананы ҡараны. Уҡыу йорто 1948 йылда асылған. Университет китапханаһында мәғлүмәт системаһы булдырылған, ул публикацияларҙан, электрон журналдарҙан, мәғлүмәт базаларынан материалдар эҙләүҙе тәьмин итә. Статистика буйынса, студенттарҙың 99 проценты бер тапҡыр булһа ла китапханаға килгән. Электрон технологиялар индерелгәндән һуң бында килеүсе кешеләрҙең һаны өс тапҡырға артҡан.
Рөстәм Хәмитов китапхананың 12 мең электрон китапты һәм 30 мең журналды үҙ эсенә алған электрон фонды, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйенләнгән зал эшмәкәрлеге менән танышты. Китапхана етәкселеге һүҙҙәренсә, фондтағы барлыҡ китаптарҙы электрон төргә күсереү өсөн яҡынса 10 йыл кәрәк буласаҡ.
Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында миллионға яҡын китап һаҡлана, уларҙы сканер аша үткәреп, электрон төргә күсереү күҙаллана. Ошо хаҡта белдереп, БР Президенты, электрон фонд булдырыу бөтә донъя китапханасыларының дөйөм бурысы булыуын күрәм, тине.
Мәғариф, фән һәм технологиялар министры Ли Джу-хо менән осрашыу барышында электрон белем биреү системаһын үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы.
Әйткәндәй, Корея халҡының 70 проценты һәр ваҡыт яңы белем алыу менән мәшғүл. Йыл һайын улар интернет ярҙамында квалификацияһын күтәрә йәки яңы белем ала. Был илдә мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем – барыһы ла белем алыу менән мәшғүл. Көньяҡ Кореяның 200-ҙән ашыу университеты e-learning технологияларын ҡуллана.
Электрон белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса Корея белгестәре менән килешеү төҙөргә тәҡдим булды, тиҙҙән уларҙың Башҡортостан мөмкинлектәрен тикшереү маҡсатында беҙгә килеүе лә ихтимал.
Корея Республикаһының белем иҡтисады министры Суг-у Хон менән осрашыу барышында ла электрон белем биреү һәм электрон хөкүмәт технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса килешеп эш итеү тураһындағы һөйләшеү дауам итте. Осрашыуҙа машиналар эшләү, химия, радиоэлектроника һәм IT-технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре лә тикшерелде. Киләсәктә Кореяның Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостандың презентацияһын үткәреү тураһында килешелде.
Башҡортостан делегацияһы Ханьян кибер-университетында һәм Кореяның мәғариф һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендәге мәғлүмәт хеҙмәтендә (KERIS) булды, SMART-йәмғиәт, йәғни “аҡыллы йәмғиәт” идеяһын өйрәнде. 2002 йылда булдырылған Ханьян кибер-университеты – беренсе милли онлайн-университет, бөгөн ситтән тороп белем биреү буйынса донъяның алдынғы уҡыу йорттарының береһе.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, электрон белем биреүҙең үҙенең технологиялары һәм нескәлектәре бар. Инфраструктуранан тыш, закондар, методикалар, кадрҙар кәрәк. Беҙҙә инфраструктура менән эштәр яйлы, ә бына ҡалғандары буйынса эшләйһе бар әле. Шуға ла был йәһәттән алдынғы илдәр менән тәжрибә уртаҡлашыу мөһим.
Әйткәндәй
Уҙған аҙнала Рөстәм Хәмитов йәнә бер әһәмиәтле осрашыуҙа булды – ул Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев менән инвестициялар йәлеп итеү, республиканың социаль-иҡтисади өлкәһен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башлыса, һүҙ Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөү һәм 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуҙарын үткәреү хаҡында барҙы.