RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

25.12.2012 Донъя яңылыҡтары

Уллыҡҡа алыу мөмкинлеге арта
Тиҙҙән торлағы булмаған граждандарға ла балаларҙы уллыҡҡа алыу рөхсәт ителәсәк.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы әҙерләгән закон проекты буйынса ваҡытлыса ҡуртымға алынған фатирҙа, шулай уҡ бәләкәй метражлы торлаҡта йәшәүселәр ҙә балалар йортонан тәрбиәгә бала алырға хоҡуҡлы. Баланы уллыҡҡа алыуҙың берҙән-бер шарты – Рәсәй гражданлығының булыуы.
Депутаттар шулай уҡ буласаҡ ата-әсәләргә ташламалар индереүҙе лә планлаштыра. Атап әйткәндә, бындай ғаиләләргә тулы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһен дә күтәрмәкселәр.

Бала ғүмере өсөн –1 млн һум

РФ Оборона министрлығы йәш ярымлыҡ баланың үлеме өсөн 1 млн һум аҡса түләйәсәк.
Хабаровскиҙа канализация соҡорона төшөп китеп һәләк булған сабый өсөн ошондай күләмдә компенсация билдәләнгән. Край прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылдың 28 июлендә йәш ярымлыҡ ҡыҙ йорттары янындағы газонда йүгереп йөрөгән ерҙән ҡапыл ер аҫтына төшөп юҡ була. Ата-әсәһе ерҙе ҡаҙып, ҡоҙоҡто асырға маташа, уларға ярҙамға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килә. ҡотҡарыу эштәре 40 минут ваҡытты ала, әммә ҡыҙҙы ҡотҡара алмайҙар. ҡоҙоҡтоң эйәһен эҙләү ҙә күп кенә ваҡытты ала. Ниһайәт, ғәйеплеләр табылып, суд уларға 1 млн һум күләмендә штраф билдәләгән.

Социаль селтәрҙең файҙаһы һәм зыяны

Колумбия һәм Питтсбург университеттары ғалимдары асыҡлауынса, күп ваҡытын социаль селтәрҙәрҙә үткәреүсе кешеләрҙең мин-минлеге көсәйә, үҙҙәренә контролде кәметеү арҡаһында улар тиҙ һимереп тә бара икән.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, социаль селтәрҙәрҙә фотографияларға ҡалдырылған ыңғай комментарийҙар кешегә үҙенең баһаһын күтәреүгә йоғонто яһай. Ә инде социаль селтәргә бирелеп китеп, ашаған ризығының файҙалымы, зыянлымы икәнен уйлап тормай, нимә тура килә, шуны ауыҙҙарына ҡабырға әҙер. Быныһы инде кәүҙә ауырлығының артыуына килтерә.

Икмәккә сиратҡа тороусылар һәләк булған

Авиаһөжүм арҡаһында Сүриәлә һәләк булыусылар һаны 300 кешегә еткән.
Билдәле булыуынса, Хәлфиә ҡалаһында Бәшәр Асадтың хәрби-һауа көстәре икмәккә сиратҡа баҫҡан кешеләргә ут асҡан. Унда нисә кешенең һәләк булыуы теүәл генә асыҡланмаған да. Сөнки, ҡала бер нисә көн икмәкһеҙ булғанлыҡтан, авиаһөжүм ваҡытында сиратта бик күп кеше торған була. Оппозицио­нерҙарҙың мәғлүмәттәре буйынса, меңгә тиклем һәм унан да күберәк кешенең сиратта тороуы ихтимал.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә