18.12.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә фиҙакәр хеҙмәте менән танылыу алған 14 кеше төрлө орден-миҙалға һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. «Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы Урман ҡасабаһындағы шартлауҙа кешеләрҙе ҡотҡарған дүрт кешегә бирелде.
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 2012 йылдың ноябрендә 3598 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 59 процентына тиң. БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 36 проценты, максималь күләмен 38 проценты ала. Өфөлә пособиеның уртаса күләме 3955 һумға тиң.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рудольф Нуриевтың тормошо һәм ижады тураһындағы «Руди – Never off...» исемле спектаклдең премьераһы үтте. Тамашала даны бөтә донъяға танылған бейеүсе булып киткән башҡорт егетенең яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Әҫәрҙе сәхнәгә режиссер Айрат Әбүшаһманов ҡуйған, ҡуйыусы хореографы, пластика режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Әбүшаһманов, рәссамы – Варвара Чувина (Санкт-Петербург).
Өфө ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың һәйкәлен проектлау эшен башланы. Ул Өфө сәнғәт училищеһы алдында билдәле шәхестең тыуыуына 85 йыл тулыуға ҡарата урынлаштырыласаҡ. Проект эштәренә мэрия ярты миллион һум аҡса бүлгән.
9 айҙа республикала 29265 никах һәм 14879 айырылышыу теркәлгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, республикала никахтар һаны 1713-кә артҡан. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр икенсе пар айырылыша.
Башҡортостанда йыл башынан 232 ойошма 14189 кеше тураһында хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыуға бәйле яҡынса мәғлүмәт тәҡдим иткән. Уларҙан бәләкәй ҡалаларҙан – 1440 кеше тураһында 31 ойошма мәғлүмәт биргән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ғәмәлдә 12654 хеҙмәткәр эштән бушатылған, уларҙан 8657 кеше икенсе эшкә урынлаштырылған.
Республикабыҙҙа төҙөлөштә, ауыл хужалығында, транспорт, элемтә тармағында имгәнеүселәр күп теркәлә. Иң ҡурҡыныс һөнәрҙәр рәтенә төҙөүселәр, водителдәр инә. Быйыл 61 кеше – бейеклектән ҡолап төшөп, 51 кеше машина деталдәренән йәрәхәт алып, 20 кеше өҫтөнә әйбер төшөп, 42 кеше транспорттан тапалып, төрлө имгәнеүҙәр алған.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.