18.12.2012 Донъя яңылыҡтары
Иҫке автомобилдән ҡотолоу юлы
РФ Сәнәғәт-сауҙа министрлығы тирә-яҡ мөхиткә зыяны ҙур булғанлыҡтан иҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһын яңынан тергеҙергә тәҡдим итә.
Хөкүмәт ҡарары буйынса министрлыҡта әҙерләнә башлаған проектҡа ярашлы, утилгә тапшырылған машинаға бюджет аҡсаһынан компенсация түләнәсәк.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә автомобилдәрҙе утилләштереү программаһы 2010 йылда ғәмәлдә булды. Ошо ваҡытта илебеҙ граждандары ун йылдан ашыу хеҙмәт иткән машинаһын утилгә тапшырып, яңы автомобиль һатып алғанда уның өсөн 50 мең һум күләмендә ташлама менән файҙалана алды.
Һәләтле балаларға – 60 млрд һум
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы талантлы йәштәрҙе эҙләүгә һәм өҫтәмә белем биреүгә 60 млрд һум аҡса бүлергә планлаштыра.
Программаның күп өлөшө 2014 йылда ғәмәлгә ашырыласаҡ, йыл дауамында министрлыҡ быға 30 млрд һум аҡса түгәсәк. Министрлыҡтың концепцияһына ярашлы, 2013 йылда уҡ һәләтле балаларҙы уҡытыуға арналған интернет-проект төҙөләсәк. Сайт ярҙамында дистанцион уҡытыу ойоштороласаҡ һәм төрлө конкурстар, ярыштар тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ, һәләтле балаларҙың уңыштары, яулаған еңеүҙәре тураһында мәғлүмәт базаһы булдырыласаҡ.
Сәләмәтлегебеҙ менән маҡтана алмайбыҙ
Рәсәй донъяның иң сәләмәт илдәре рейтингында 97-се урынды биләй.
Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр барышында ғалимдар кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғон һәм йәшәү сифатын иҫәпкә алған. ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым рейтинг төҙөлгән. Ике исемлектә лә беренсе урынды Япония биләй. Ирҙәр исемлегендә был илдән һуң Сингапур менән Швейцария килә. ҡатын-ҡыҙҙар исемлегендә – Көньяҡ Корея менән Испания икенсе һәм өсөнсө урындарҙа.
ҡәһүә бауырға файҙалы
Көнөнә бер-ике сынаяҡ ҡәһүә эсеү бауырҙы төрлө зарарланыуҙан һаҡлай.
Колорадо университеты ғалимдары шундай фекергә килгән. Улар 782 пациент ҡатнашлығында тикшереү үткәргән. Был кешеләрҙең өстән бер өлөшө бөтөнләй ҡәһүә эсмәгән, 28 проценты көнөнә бер сынаяҡ ҡына эскән, 15 проценты – ике сынаяҡ, ә ҡалғандары даими ҡәһүә ҡулланыусылар булған. Һөҙөмтәлә ауыр сирлеләрҙең бауыр эшмәкәрлегенә ҡәһүәнең ыңғай йоғонто яһауы асыҡланған. Бығаса ҡытай ғалимдары, ҡәһүә шәкәр диабетынан һаҡларға һәләтле, тигән һығымтаға килгәйне. Әлбиттә, бында әлеге эсемлектең юғары сифатлыһы тураһында ғына һүҙ бара.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.