18.12.2012 Француздар Башҡортостанды өйрәнә
Парижда “Рәсәй осрашыуҙары – 2012” сигендә Башҡортостандың инвестиция һәм производство мөмкинлектәре тәҡдим ителде. Презентация Халыҡ-ара аренала Франция предприятиеларының иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса агентлыҡта үтте һәм уны Башҡортостан Хөкүмәтендә иҡтисад һәм сәнәғәт өлкәләренә контроллек иткән вице-премьерҙар Евгений Маврин һәм Дмитрий Шаронов үткәрҙе.
Әйткәндәй, Франция предприятиеларының иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса агентлыҡ – UBIFRANCE – илдең бер нисә министрлығы һәм Казначейство ҡарамағында булған дәүләт сауҙа-сәнәғәт учреждениеһы, коммерция компанияларының продукцияһын экспортлауҙа уларҙың партнеры булып сығыш яһай.