14.12.2012 Америка журналистары килде
Рәсәй менән АҡШ үҙ-ара журналистар менән алмашыу маҡсатында махсус программа төҙөгән. Бына ошо документ сигендә бер нисә көн элек илдә Американан 12 журналист булып китте, уларҙың өсәүһе – “Time” журналы хәбәрсеһе Алисса Эмброуз, фотохәбәрсе Мэттью Брауэр һәм “Oil and GasYear” баҫмаһы мөхәррире Джозеф Хэммонд Башҡортостанда булды.
“Башинформ” агентлығында уҙған осрашыуҙа асыҡланыуынса, АҡШ-та матбуғат баҫмалары, электрон дәғүәселәре менән сағыштырғанда, популярлығын юғалта барһа ла, киләсәктә “имен” ҡалыр өсөн үҙ серен булдырған. Төбәк гәзиттәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡайһы бер ҡалаларҙа хатта эре баҫмаларҙы һатыуҙы тыйғандар. Дөйөм алғанда, проблемалар беҙҙәгегә ауаздаш та кеүек. Шулай ҙа, гәзит-журналдар бер ҡасан да бөтмәйәсәк, тигән фекер күп яңғырай. Американдар ҙа, берәй ваҡыт халыҡ интернет аша уҡыуҙан ялҡып, баҫма матбуғатҡа ҡабаттан күсәсәк, тигән уйҙа.
Сит ил журналистары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты. Республика етәксеһе Башҡортостанды үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне һәм ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Океан аръяғы иленән килеүселәр, Президент үҙенең командаһының эшмәкәрлеген нисек баһалай, тип ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Хәмитов уларға түбәндәгесә яуапланы:
– Республика заманса үҫешә башланы, донъяла һәм йәмғиәттә барған процестарға йөҙө менән борола. Һүҙ демократик азатлыҡ, аралашыуҙа асыҡлыҡ, үҙ фекереңде әйтеү мөмкинлеге хаҡында бара. Төбәкте сәнәғәт йәһәтенән үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, предприятиелар төҙөү өсөн инвесторҙар йәлеп итәбеҙ. 2013 йылда химия производствоһы, урман эшкәртеү, машиналар эшләүгә бәйле бер юлы бер нисә ҙур мега-предприятие төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ауыл хужалығы иҡтисадтың мөһим бер өлөшө булып тора. Беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, был кешеләрҙе лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был заманса, яңы технология менән йыһазландырылған эш урындары булырға тейеш. Йәғни беҙ, фермер хужалыҡтарын ойоштороуҙан тыш, ауыл хужалығының сәнәғәт өлөшөн булдырыу буйынса ла эшләйбеҙ.
Бизнесты, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Административ кәртәләрҙе кәметеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу зарур. Был йүнәлештә ҡаршылыҡтар етерлек: муниципалитеттар, республика һәм федераль властар араһында вәкәләттәрҙең бүленмәгән булыуы. Беҙҙә ер ресурстары, милек комплексы насар ҡулланыла. Барлыҡ был мәсьәләләрҙә ҙур бюрократик процедураларға урын бар. Ҙур инвестор менән эш алып барғанда, уларҙың һәр береһенә шәхси ярҙам күрһәтәбеҙ. Бәләкәй бизнеста иһә тотош система кәрәк.
Эшебеҙҙең йәнә бер йүнәлеше – йәмғиәтте мәғлүмәтләштереү. “Аҡыллы йәмғиәт”, электрон белем биреү системаһын булдырыу эшен алып барабыҙ. Беҙҙә был йүнәлештә белгестәр әҙерләгән ҙур университеттар етерлек. Бындай мөмкинлектәр менән файҙаланырға тейешбеҙ. Мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрен, интеллектуаль мөхитте үҫтереү мәсьәләләре лә мөһим. Республикала белем биреү системаһы ярайһы уҡ ҙур. Ул заманса, интерактив булырға тейеш, был йәһәттән дә эшмәкәрлек йәйелдерелә.