RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алға – ҡеүәтле, бай, донъяны тәьмин итеүсе Рәсәйгә!

14.12.2012 Алға – ҡеүәтле, бай, донъяны тәьмин итеүсе Рәсәйгә!

Алға – ҡеүәтле, бай, донъяны тәьмин итеүсе Рәсәйгә!Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
2012 йылдың 12-се айының 12-се көнөндә Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә Владимир Путиндың сығышын Кремлдең Георгий залында тыңланылар. Әйткәндәй, был – Владимир Владимиро­вич­тың туғыҙынсы Мөрәжәғәтнамәһе.

Яңы быуаттың тәүге ун ике йылында…

“Беҙҙең киләһе йылдарға позициябыҙҙы, ниәттәрҙе һайлау алды мәҡәләләрендә лә, майҙағы указдарым менән дә белдергәйнем. Уларҙың ҡайһы берҙәре үтәлә лә бара. Мәҫәлән, уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу һ.б. Эш бара. Һәм ил граждандарын шуға ышандырам: нимә күҙалланған, ул мотлаҡ үтәләсәк”, – тип башланы Путин һүҙен.
ХХl быуаттың тәүге ун ике йылында байтаҡ эш башҡарылған. Президент ниәтләүенсә, хәҙер алда торған бурыс – бай һәм имен Рәсәйҙе барлыҡҡа килтереү. Алдағы йылдар беҙҙең өсөн генә түгел, ә бөтә донъя өсөн дә һынылышлы буласаҡ. Донъя башкөлләй үҙгәрештәр, хатта тетрәнеүҙәр дәүеренә аяҡ баҫты.
Яңы быуаттың иҡтисади, цивилизациялы, хәрби көстәрҙең яңыса ҡоролошонда Рәсәй бойондороҡһоҙ, йоғонтоло ил булып ҡалыр­ға тейеш. Беҙ ышаныслы үҫешеп кенә ҡалмай, ә милли, рухи үҙбилдәләнешебеҙҙе һаҡларға, милләт булараҡ юғалып ҡалмаҫҡа бурыслыбыҙ.
“Бөгөн, 12 декабрҙә, Конституция көнөндә осраштыҡ. Илдең төп законында билдәләнгән ҡиммәттәр тураһында әйтергә теләйем, – тине Путин. – Конституцияла Ватан өсөн бөгөнгө һәм киләһе быуындар алдында дөйөм халыҡ яуаплылығы Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙен тәшкил иткән принцип булараҡ бирелгән. Беҙҙең сәйәсәттең консолидацияланған базаһын тап илһөйәрлектә, гражданлыҡ яуаплылығында күрәм. Ил өсөн яуаплылыҡ лозунгылар, саҡырыуҙар менән генә формалашмай, ә кеше влас­тың асыҡ булыуын, ил, ҡала, төбәк, һәр кеше өсөн эшләгәнен күргәндә бар була. Власть айырым бер ябыҡ каста булырға тейеш түгел”.
Белеүебеҙсә, бөгөн юғары власть әһелдәре, ысынлап та, властың халыҡ өсөн асыҡ булырға тейешлеге хаҡында күп һөйләй. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенә таянып, артабан властың беҙгә табан “яҡынайыуын” талап итергә хаҡлы буласаҡбыҙмы? Шундай һорау тыуа башта. Быға беҙ яҡын йылдарҙа яуап алырбыҙ, моғайын.

Өс балалы ғаилә – норма

“Бөгөн Рәсәйҙең 20 – 40 йәшлек әүҙем, хеҙмәткә яраҡлы халҡының өлөшө – донъяның үҫешкән илдәре араһында иң юғарыһы. Тик әгәр ҙә бер нәмә лә эшләмәһәк, 20 йылдан был йәш категорияһы 1,5 тапҡырға кәмергә мөмкин. Ил халҡы һаны үҫә башланы – ғинуар – сентябрҙә 200 мең кешегә арттыҡ, шул уҡ ваҡытта һуңғы биш айҙа тыуым үлем кимәлен уҙҙы. Илдә һуңғы дүрт йылда ғүмер оҙонлоғо 2,5 йәшкә күтәрелде”, – тип дауам итте Президент. Уның һүҙҙәренсә, артабан, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү менән бер рәттән, сәләмәт ҡалыуға ла иғтибар биреләсәк. Бында Хөкүмәттең хәүефле хеҙмәт шарттарын алмаштырыу, юлдарҙағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бәйле программалар индерергә тейешлеге күҙ уңында тотола.
Владимир Путин студенттарҙың спорт клубтары ассоциацияһын булдырыу яҡлы. Был спортты ғына үҫтереп ҡалмаҫ, ә әүҙем, маҡсатлы йәш кеше өсөн социаль лифт та булыр.
Әйткәндәй, икенсе бала тыуғандан һуң бирелә торған “әсәлек капиталы” 2016 йылға тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ. “Шулай ҙа Рәсәйҙә өс балалы ғаилә нормаға инергә тейеш”, – тигән фекерен еткерҙе ил башлығы.
Иң мөһиме, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Шулай уҡ, Президент белдереүенсә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына иғтибар артасаҡ. Шул иҫәптә шәхси балалар баҡсаларына булышлыҡ итеү ҙә бар.

Киләһе ун йылда торлаҡ проблемаһы хәл ителәсәк

Һәр хәлдә, Президент быға ышанысын белдерҙе. “Торлаҡ” тип атал­ған милли проектты бойомға ашырыуҙың беренсе этабында ипотеканы үҫтереү шарттары булдырылғайны. Шул арҡала илебеҙҙә ипотека кредиты күләме арыу ғына арта бара. “Әммә был төр кредитты килеме уртасанан юғары булғандар ала ала, артабан иһә торлаҡ мәсьә­ләһен тағы ла киңерәк төркөм өсөн – йәш ғаиләләр, социаль тармаҡ, табип, уҡытыусылар, инженерҙарға – хәл итеүгә тотонорға тейешбеҙ. Эконом-класлы торлаҡты күберәк төҙөү зарурлығы бар”, – тине Президент. Бынан тыш, 2013 – 2014 йылдарҙа ветерандарға, хәрбиҙәргә торлаҡ буйынса булышлыҡ итеүҙә бурысыбыҙҙы үтәйәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләне Путин. Күҙаллауҙар буйынса, авария хәлендәге йорт­тар­ҙа көн күреүселәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

2020 йылға – 25 миллион эш урыны

Ошондай ҙа ниәтебеҙ бар икәнен Владимир Путин бынан алда ла белдергәйне инде. Әлбиттә, артыҡ амбициялы һәм ауыр бурыс. Әммә уны үтәргә була. Мөрәжәғәтнамәлә тап шундай һүҙҙәр бар. Тап сифатлы эш урындары граждандарҙың эш хаҡы үҫеүенә, именлегенә булышлыҡ итәсәк. Беҙ эшсе кадр­ҙар әҙерләү мәктәбен тергеҙергә тейешбеҙ.
“Ғөмүмән, хеҙмәт кешеһенә күберәк иғтибар бирергә кәрәк”, – тигән фекерҙә Владимир Путин. Һәм ул ил Хөкүмәтенә ике йылда һөнәри белем биреү сифатын баһалау буйынса милли система уйлап табырға ҡушты.
Мөрәжәғәтнамәлә “бюджетник”­тар төркөмө хаҡында ла етди генә һүҙ бар. Оҙаҡ йылдар дәүләт уларға түләп еткермәне, сөнки үтә мөһим, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә хәл итергә кәрәк ине. Мәҫәлән, шулар иҫәбендә пенсияны арттырыу тор­ҙо. Хәҙер иһә, Президент күҙаллауынса, социаль тармаҡта хәл-торошто тамырынан үҙгәртеү мөмкинлеге бар.
Беренсенән, яңы профессионалдар килһә, медицина хеҙмәтләндереүе һәм белем биреү сифаты ныҡ ҡына үҫәсәк. Икенсенән, урта класс граждандары артасаҡ. Өсөнсөнән, медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, ғалимдар, мәҙәниәт өлкәһе эшсәндәренең һөнәри берлектәре үҫеш аласаҡ. Тап шулар әүҙем граждан йәмғиәтенең ядроһын тәшкил итәсәк. Эш хаҡының юғары булыуы мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлау тармағына, фәнгә көслө белгестәр килтерәсәк.

Рухиәт етешмәй

“Үкенескә күрә, Рәсәй йәмғиәте мәрхәмәтлек, бер-береңә теләктәшлек, ҡайғы уртаҡлашыу, аңлашып йәшәү буйынса дефицит кисерә. Беҙ традицион ҡиммәттәрҙе алға һөргән институттарға булышлыҡ итергә, уларҙы быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ”, – тине, уйсанланып, Президент. Һәм әхлаҡ, яуаплылыҡ хаҡында һөйләне. Уның һуңғы йылдарҙа мәктәптең йоғонтоһо кәмеүе тураһында әйткәне, ысынлап та, дөрөҫлөккә тура килә. Мәктәпкә көслө дәғүәселәр ҙә бар – интернет, электрон киң мәғлүмәт саралары. Хәҙер уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә шул тиклем талапсанға әйләнде, мәктәп уҡыу­сылары артынан өлгөрөргә лә, йәмғиәт үҫешен дә күҙәтергә, мәғлүмәт ағымын да контролләргә тейеш. Мәктәп алда барырға бурыслы. Шуға ла мәктәпкә элекке ҡиммәттәрен ҡайтарыу зарур. Был мәғарифтың йөкмәткеһен яңыртыу­ҙы талап итә. Рус теле, әҙәбиәт, тарих, фундаменталь математика, донъяуи этика һәм традицион дин нигеҙҙәре фәндәренең әһәмиәте хаҡында оноторға ярамай. Был фәндәр шәхесте формалаштыра.
Владимир Путин Хөкүмәткә мәктәптә заманса, тулы тәрбиәүи компонент программаһы әҙерләргә күрһәтмә бирҙе. Түңәрәктәр системаһын үҫтереү хаҡында әйтеп үтте.
Президенттың: “Беҙгә Рәсәйҙең бай мәҙәниәтенә таянырға кәрәк. Заманса йәмғиәттең, айырыуса йәштәрҙең ихтыяждарына яуап бирергә, Рәсәй халыҡтары йолаларын нығытырға бурыслыбыҙ”, – тигән һүҙҙәре өмөт уята.

Мигранттарһыҙ булмай

Президент белдереүенсә, Рәсәй­гә яңы көстәр кәрәк. Әлбиттә, улар­ҙың аҡыллы, эшһөйәр, белемле булыуы шарт. Шул уҡ ваҡытта килеп-ҡайтып йөрөүселәргә генә түгел, ә беҙҙә ҡалырға теләүселәргә, Рәсәйҙе Ватаны тип һанау­сылар­ға ла иғтибар биреү зарур. Әлеге ҡағиҙәләр буйынса гражданлыҡ алыу ҡатмарлы ғына. Владимир Путин элекке ватандаштарыбыҙға – рус телен белгән, элекке СССР-ҙа тыуғандарға – Рәсәй гражданлығы биреү тәртибен яйға һалырға ҡушты. Ә легаль булмаған мигранттарға ҡарата иһә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡтың ҡәтғиләнеүе мөмкин. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары был юҫыҡта эш башлаған да инде.
“БДБ илдәренән беҙгә үҙҙәренең эске паспорттары менән киләләр, 2015 йылдан һуң Рәсәйгә тик сит ил паспорты менән генә инеү рөхсәт ителәсәк”, – тине ил башлығы. Бынан тыш, рус телен өйрәнеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. БДБ дәүләттәре йә башҡа илдәрҙә теләк белдерәләр икән, беҙҙең яҡтан матди база, дәреслектәр менән тәьмин итеү ойошторолорға тейеш.

Дәүләт идараһының яңы моделе

Беҙ бөгөн яңы моделдәр тура­һында ла күп кенә иҫкә төшөрәбеҙ. Владимир Путин, түбәндәге принциптарға таянып, яңы идара моделе булдырыуҙы күҙаллай.
Беренсенән, дәүләт механизмдарының һәм властың һәр звеноһының йәмғиәткә аңлайышлы, асыҡ эшенә йүнәлеш алыу.
Икенсенән, властың һөҙөмтәлелеген баһалаусы йәмәғәт фекере булырға тейеш.
Өсөнсөнән, дәүләт, муниципаль власть хеҙмәткәрҙәренең яуаплылығын үҫтереү.
Дүртенсенән, кеше дәүләт эшен һайлай икән, үҙенә хоҡуҡи, әхлаҡи бурыстар ала, сикләүҙәр ҙә була. Ул йәмәғәт тарафынан контролгә лә әҙер булырға тейеш.
Әйткәндәй, чиновниктарҙың, сәйәсмәндәрҙең сит илгә аҡса, ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығарыуын сикләү тураһында айырым һүҙ. Владимир Путин шуға бәйле ҡанундарҙы хупларға тәҡдим итә.
Бишенсенән, күҙәтеү органдары системаһына иғтибар биреү. Хөкүмәт әлеге ведомстволарҙың эш принцибын үҙгәртеүҙе ҡарарға тейеш.

Рәсәй донъяны туйҙырасаҡ

“Беҙҙе Рәсәй бюджетының һәм социаль тармағының әлеге, бүтән илдәрҙең финанс һәм сеймал баҙары тотҡонлоғондағы хәле, әлбиттә, ҡәнәғәтләндермәй. Яңы үҫеш шарттарының үҙәгендә иҡтисади үҙаллылыҡ, шәхси милек һәм дәғүәселек, заманса баҙар иҡтисады булырға тейеш”, – тине ил етәксеһе, иҡтисадыбыҙҙы нисегерәк үҫтереү юлдарына туҡталып.
Юғары иҡтисад менән алдағы 4 – 5 йылда беҙ үҙебеҙҙе тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп кенә ҡалмайынса, продукциябыҙҙы донъя баҙарына ла күпләп сыға­рыр­ға тейешбеҙ. Ер шарының иң уңдырышлы ерҙәренең 55 проценты – Рәсәйҙә. Был, Путин әйтеүенсә, беҙгә ҙур мөмкинлектәр бирә.

Әйткәндәй

Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә демократияға, экология проблемаларына ла байтаҡ урын бирелгән. Эске тулайым продуктты күтәреү тирәләй күҙаллауҙары менән дә бүлешә дәүләт башлығы.
“Әгәр ҙә милли үҫешкә курс алғанбыҙ икән, беҙ лайыҡлы, тулы көсөбөҙҙө биреп эшләргә тейеш. Һәм ҡуйылған маҡсаттарға мотлаҡ ирешәсәкбеҙ, алда торған бурысты үтәйәсәкбеҙ”, – тигән вәғәҙә менән тамамланды илебеҙ Президен­тының Федераль Йыйылышҡа йүнәлтелгән Мөрәжәғәтнамәһе.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә