11.12.2012 Йәнә бер инвестор килә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы, Директорҙар советы ағзаһы Зафер Эрен һәм “Фека Констракшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Шәмсетдинов менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә Өфөлә – ҡунаҡхана-эш үҙәген, Стәрлетамаҡта сауҙа-күңел асыу үҙәген төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Республикабыҙ ҙур халыҡ-ара форумдар ҡабул итергә әҙерләнә. Шуға ла беҙгә төбәгебеҙҙе һәм ҡалабыҙҙы биҙәйәсәк заманса биналар кәрәк. Президент әйтеүенсә, әлеге компания уңышлы, һәр эште юғары сифатлы итеп башҡара, үҙ һүҙендә тора белә.
– Үҙебеҙ өсөн республикала ике проект билдәләнек, – тип хәбәр итте “Feka Construction Industry&rade Inc” компанияһы башлығы Абдулҡадир Ферахлы. – Уларҙың тәүгеһе – Өфөлә ижтимағи-эш комплексын төҙөү. Инвестициялар күләме яҡынса 210 миллион доллар тәшкил итәсәк. Стәрлетамаҡтағы проект өсөн 90 миллион доллар кәрәк буласаҡ. Беҙҙең өсөн Өфөләге проект өҫтөнлөклө булып тора, сөнки саммиттарға отелдәр төҙөү зарур. Өфөлә ер участкаһы менән проблема юҡ. Әлеге объектҡа инженерлыҡ коммуникацияларын үткәрергә кәрәк. Өфө башлығы был мәсьәләлә беҙгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.