11.12.2012 Донъя яңылыҡтары
Нобель премияһы тапшырылды
Норвегия менән Швецияла кисә Нобель премияһын тапшырҙылар.
Донъялағы иҡтисади хәлгә бәйле быйыл уның күләме кәметелгән. Элек ул 10 млн швед кронына тиң булһа, быйылғы лауреаттар 8 млн крон аласаҡ. Был, уртаса алғанда, 1 млн 200 мең долларға тиң.
Юғары наградаға лайыҡ булыусыларҙың яртыһынан күбеһе – американдар, ике иҡтисадсы, ике химик һәм физика профессоры. Әҙәбиәт буйынса премия ҡытай яҙыусыһы Мо Янға бирелде, ә медицина буйынса награданы Бөйөк Британия һәм Япония белгестәре бүлеште. Норвегияның баш ҡалаһында тыныслыҡ Нобель премияһы тапшырыласаҡ. Уны Евросоюз аласаҡ.
Америка йырсыһының ғүмере авиаһәләкәттә өҙөлгән
Билдәле Америка йырсыһы Дженни Ривера Мексикала авиаһәләкәттә вафат булған.
Самолет Монтеррей ҡалаһынан сыҡҡандан һуң 10 минут үтеүгә радар экрандарынан юғала, тәғәйенләнгән пунктҡа барып етмәй. ҡотҡарыусылар шунда уҡ эҙләү операцияһын башлай. Күп тә үтмәй, самолеттың һәләкәткә осрауы асыҡлана.
Рәсәйҙең аяғы еңел булды
10 декабрҙә Тажикстанды Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡабул иттеләр.
Ил Президенты ҡарамағындағы Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры урынбаҫары белдереүенсә, был ойошмала республика, үҙенең хәллелеген иҫбат итеп, тағы ла юғарыраҡ халыҡ-ара кимәлгә сыға аласаҡ.
Әлеге ваҡытта Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында 157 ил ағза булып тора. Рәсәй иһә быйыл 22 августа унда ағза булып инде.
Әхирәтенә ярҙам итәм тип…
Магадан ҡалаһынан 34 йәшлек ҡатын террор акты тураһындағы ялған хәбәре өсөн 240 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп ителгән.
Был хәл быйыл йәй була. Рейсҡа һуңлаусы әхирәтенә ярҙам итәм тип, әлеге ҡатын самолет рейсын бер аҙға тотҡарламаҡсы була. Бының өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, йәнәһе лә, аэропортҡа мина һалынған, тип шылтырата. Һөҙөмтәлә аэропорттың эше туҡтатыла, кешеләрҙе эвакуациялайҙар. Һуңынан, шартлатҡыс булмауы асыҡланғас, ҡатынға 240 сәғәтлек мәжбүри эш сифатында хөкөм язаһы сығарыла. Бынан тыш, матди зыянды ҡаплатыу өсөн унан дәүләт файҙаһына 30 мең һум аҡса түләттерәләр.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.