RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иғтибар үҙәгендә – Учалы

11.12.2012 Иғтибар үҙәгендә – Учалы

Рөстәм Хәмитов Учалы райо­нында булып, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән реабилитация үҙәге филиалының эше менән танышты. Был бинала сенсор кабинеты, галокамера, ЛФК кабинеты бар, массаж, физиотерапия курсы үтергә була, балалар менән 36 кеше, шул иҫәптән дүрт педагог, табип-психиатр һәм терапевт эшләй. Быйыл үҙәктә 300-ҙән ашыу кеше реабилитация үткән.
Минең фекеремсә, инвалид балаларҙы йәмғиәттән айырырға ярамай. Мәҫәлән, дистанцион белем биреүгә иғтибар бүлергә кәрәк. Киләһе йылдан республикала электрон университет барлыҡҡа киләсәк.
Әле үҙәк сабыйҙарҙан алып 18 йәшкә тиклемгеләргә иҫәпләнгән, ә ата-әсәләр, ул 21 йәшкәсә егет һәм ҡыҙҙар өсөн дә булһын ине, тигән теләктә.
БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла ошо фекер менән килешә. Республикала йәш инвалидтар өсөн реабилитация үҙәктәре юҡ. Шундай урындарҙа булған үҫмерҙәр 18 йәштән һуң нимә эшләргә тейеш? Ғәмәлдәге ҡануниәттә лә, бушлай медицина ярҙамы балаларға ғына күрһәтелә, тиелгән. Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, республика парламентарийҙарына законға тейешле үҙгәрештәр индереү тураһында тәҡдим итергә кәрәк, тине.
Президенттың тағы бер туҡталышы Учалы филармонияһында ине. Быйылғы ижад миҙгеле концерт залының капиталь ремонтынан һуң асылған. Республика бюджетынан 23 миллион һум аҡса бүленһә, райондан 10 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам йүнәлтелгән. Тамаша залы 500 урындан 410-ғаса кәметелгән.
Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы йәрминкәһендә лә булды. Һатып алыусылар уға йәрминкәгә ауыл хужалығы етештереүселәре арзан хаҡҡа экологик таҙа продукция килтереүен белдерҙе.
“Техноплекс” заводы эшселәре лә республика башлығының тәҡдим-баһаларын ишетте. Пено­поли­стирол плиталар етештергән предприятиеның тауары Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта һатыла. ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Мон­голия кеүек яҡындағы сит илдәргә лә сығарыла. Әле ҡытай менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Ә үҙебеҙҙекеләр әллә ни ҡыҙыҡһынмай. Президент урындағы төҙөлөш тармағы белгестәренә ошо йүнәлештә эшләргә күрһәтмә бирергә вәғәҙә итте.
“Техноплекс” материалдары Владивостокта АТЭС саммитына биналар төҙөүҙә ҡулланылған. Беҙҙә лә 2015 йылда саммиттар көтөлә. Тимәк, предприятие бында ла ҡатнаша ала. Шулай уҡ уларҙың продукцияһы Сочиҙағы Олимпия объекттары төҙөү өсөн алына.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә