04.12.2012 Сауҙаны үҫтереү мөһим
Республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй һәм унда сауҙа ҡаланыҡынан ҡырҡа айырыла. Президент Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ултырышында ошо хаҡта белдерҙе.
– Ауылда ҡулланыусылар кооперацияһы һүнә, заманса сауҙа инфраструктураһы насар үҫешкән, эре сауҙа селтәрҙәре юҡ, урындағы тауар етештереүселәр менән эш яйға һалынмаған, – тине ул.
Тармаҡтың төп проблемалары араһында күмәртәләп сауҙа итеүҙең насар хәлдә булыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Уның үҫеш кимәле буйынса Башҡортостан Урал – Волга төбәктәрендә һуңғы урындарҙың береһен биләй.
Сауҙа өлкәһендә 200 мең кеше эшләй. Бюджетҡа күсерелгән һалымдарҙың яҡынса ундан бер өлөшө ошо тармаҡтан килә, тулайым төбәк продуктының 15 процентын тәшкил итә. Әммә ситтән килтерелгән тауарҙарҙың күп булыуы, финанс ағымының тейешенсә контролдә тотолмауы арҡаһында һалымдарҙың ситкә китеүе күҙәтелә.
Республикала сауҙаның дөйөм әйләнеше 300 миллиард һум тирәһе. Әгәр ҙә был ресурстар тулыһынса беҙҙең сауҙа ойошмаларына йүнәлтелһә, һалымдар ҙа күберәк булыр ине.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, беҙҙең магазин кәштәләрендә республикала етештерелгән тауарҙар элеккесә етерлек кимәлдә түгел. Барлыҡ был мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары “2013 – 2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү” маҡсатлы программала сағылыш таба.