04.12.2012 Абруйын күтәреү өсөн
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа йәштәр менән иң яҡшы эш ойоштороуҙы асыҡлау буйынса эксперт комиссияһының ултырышы үтте.
«Иң яҡшыларҙың иң яҡшыһы» конкурсы апрель – октябрь айҙарында уҙғарылды. Бәйге 2008 йылдан алып йәштәр менән эшмәкәрлекте үҫтереү, йәш эшсенең имиджын күтәреү, ойошмаларҙа йәштәр советын булдырыу, тәрбиәселек традицияларын юғалтмау, эшсе йәштәрҙең проблемаларына йәмәғәтселекте йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм БР профсоюздар федерацияһы.
Быйыл конкурста Нефтекама автозаводы, «Газпромтрансгаз Өфө», Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, Өфө фанера-плита комбинаты, 3-сө төҙөлөш фирмаһы (Туймазы), «Европласт» (Октябрьский), «Красный ключ» (Нуриман) ойошма һәм предприятиелары еңеүсе булып танылды.
Ә Салауат Муллағәлиев (Борай), Фәнизә Сәйфетдинова (Стәрлетамаҡ), Илгиз Сәйетғәлиев (Октябрьский) эшсе йәштәрҙең иң яҡшы тәрбиәселәре тигән исемгә лайыҡ булды.