16.10.2010 Ашаған белмәй – тураған белә
Яҙҙың бер көнө ҡышты туйҙыра, тигән әйтемде ҡалала аҙыраҡ ҡына үҙгәртеп әйтергә була – бында ҡышҡылыҡҡа генераль әҙерлек көҙгө йәрминкәләрҙә башлана. Ауылдың да, ҡаланың да ҡышҡа ни сүрәттә инеүен күҙаллар өсөн, минеңсә, ошондай йәрминкәләрҙе баштан аҙаҡҡаса ҡыҙырып сығыу ҙа етә.
Быйылғы йәрминкәлә иң күҙгә ташланғаны – күп кенә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың юғары булыуы. ҡоролоҡло йәй касафатылыр, күрәһең – һыйыр, һарыҡ, йылҡы, сусҡа ите рәттәре ҡаланың үҙәк майҙанының бар периметрын тиерлек урап сыҡҡайны. Малының йәшенә, иттең күркәм туралыуына һәм, әлбиттә, хужаларының аппетитына ҡарап, хаҡтар бөтә төр иткә лә иртәнсәк 180 һумдан башланып, төштән һуңға 160, 150, 130, хатта 120 һумғаса төштө. Йыбанмаған хужалар малдарының эсәк-ҡарынына тиклем эшкәртеп килтереүенә иғтибар иттем. Дөйөм алғанда, иткә артыҡ ихтыяж күҙәтелмәне, һатыу йәрминкәләрҙәгесә әүҙем барманы.
Картуфтың тоғо 900 (биҙрәһе – 180) һумдан алып 750 (биҙрәһе – 150) һумғаса һатылды. Селтәрле тоҡтарына, бөтәһенең дә бер сортлы, бер ҙурлыҡта булыуына ҡарағанда, урындағы картуф түгел, ә алыпһатарҙар тарафынан ситтән индерелгәне булды, буғай. «Икенсе икмәк»тең ҡайҙан килтерелгәнен төпсөнөп тороусыны күрмәнем былай – күҙ йомоп алдылар.
Һуған, кәбеҫтә, кишергә ҡытлыҡ булды был йәрминкәлә – ике-өс урында ғына һатҡандарын күрҙем. Горбачев ваҡытындағы хәмер-һыра магазиндары алдындағыса һуҙылып киткән сиратҡа баҫырға йөрьәт итмәнем – ситтән күҙәттем. ҡышын яҡшы һаҡланған һуғандың килоһын – 18, ябайын 16 һумдан осорҙолар. Һорау шул тиклем ҙур булды ки, хатта бер машинала аҙаҡҡаса фәҡәт тоҡлап (26 килограмм) ҡына һаттылар. Әйткәндәй, быға халыҡ, айырыуса ҡарт-ҡоро, ныҡ ҡына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Алыпһатарҙарҙың ҡылығын өнәп бөтөрөрлөк түгел. Хәйер, ашаған белмәй – тураған белә, тиҙәрме әле? Кәбеҫтәнең хаҡы 18 – 20 һумдан төшмәне, кишергә 20 һум һоранылар.
Ниндәй генә байрам йәрминкәһе йә ғәҙәти баҙар көнө булһа ла, Сибайҙа балға ҡытлыҡ булмай. Был юлы ла умартасылар Сибай, эргәләге ҡыҙыл (Силәбе өлкәһе), Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Ейәнсура, Күгәрсен, хатта Бөрйәндән килеп еткән. Алдан һөйләшеп-килешкәндәрме ни – барыһының да өс литрлыҡ банкалағы балы 1800 һумдан 2000 һумғаса тарта! Бөрйәндәр иһә солоҡ балының килоһына 2000 һум һораны, хатта ошо хаҡҡа һата ла алдылар, буғай! Солоҡ балының хаҡы былтыр ҙа ошолай юғары булғайны, ә ғәҙәти умарта балының өс литрлыҡ банкаһын 1000 һумға һаталар ине.
Иген ҡалдығының тоғон 225 һумдан 270 һумғаса, ваҡланғанын 300 һумға тәҡдим иттеләр. Тәҡдим ҡуш ҡуллап ҡабул ителде – тоҡлап ташынылар.
Тағы ла ниҙәр һатылды йәрминкәлә? ҡымыҙы ла булды (1,5 литры –100 һум), помидоры ла (30 – 35 һум), тере өйрәк (300), күркә (500), ҡаҙҙары ла (500), бәшмәге лә (өс литрлыҡ банкаһы – 550 һумдан), сәйе лә (сибәр генә ике ҡыҙый, «Ахмад» маркалы сәй һатып, реклама маҡсатында бушлай сәй тәҡдим итеп торҙо, балға туйған инәйҙәр яндарынан китмәне былай), йөн ойоҡбаштар ҙа (100 – 150 һум), еләк ҡағы ла, дарыу үләндәре лә ҡуйылғайны. Сөгөлдөр (бөтөнләй күрмәнем), борос (ихтимал, миңә генә осрамағандыр), селек һепертке, ҡайын миндек, талҡан, кипкән муйыл, ҡайнатма, бесән кеүек нәмәләр күҙгә салынманы.
Хаҡтарҙың юғарылығын, былтырғы биш һумлыҡ кәбеҫтә ҡайҙа булған ул, тип бот сабыусыларҙы иҫәпкә алмағанда (кемдең ашағанын, кемдең турағанын онотмайыҡ, ағай-эне!), яҡшы булды Сибайҙың тәүге көҙгө йәрминкәһе. Ни сәбәптәндер сауҙаһы бармағандар ҙа артыҡ бошонмаһын – алда тағы кәмендә өс-дүрт йәрминкә буласаҡ. Танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ, тағы килегеҙ!
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.