04.12.2012 Хәрби үткәнебеҙ сағылышы
Башҡортостандың хәрби үткәне, милләтебеҙҙең боронғо кейемдәре, көнкүреше һәр кемде ҡыҙыҡһындыра. Әле баш ҡалабыҙ Өфөнөң Октябрь Революцияһы урамында урынлашҡан 10-сы йортта “Башҡорттарҙың тарихи костюмы. Быуаттар традицияларына тоғролоҡ” тип аталған бик шәп күргәҙмә үтә. Был сара Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған.
Халҡыбыҙҙың тарихи костюмына арналған күргәҙмә “Амантай” ижад үҙәге һәм хәрби-тарихи реконструкция клубтары вәкилдәре, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар тарафынан ойошторолған. Улар араһында “Атаман Платов корпусының 1-се башҡорт полкы”, “Өфө пехота полкы” һәм башҡалар бар.
Экспозицияларҙа боронғо хәрби һәм милли костюмдарҙың реконструкциялары, Наполеон һуғышы ваҡытында ҡулланылған ҡоралдарҙың макеттары күрһәтелә. Шулай уҡ көнкүреш әйберҙәре, ябай һәм шул уҡ ваҡытта үҙенә әллә күпме сер, тарих һыйҙырған костюмдар ҙа бар. Бынан тыш, ойоштороусылар быуаттар аһәңен, мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеү өсөн сәхнә костюмдары өлгөләрен дә тәҡдим итә. ҡыҫҡаһы, боронғо ғына түгел, бөгөнгө сәхнәләрҙе биҙәрлек кейемдәрҙе лә табырға була.
Тарихты, мәҙәниәтте һәм хәрби үткәнебеҙҙе матур экспозициялар аша күрһәтеүсе сара 25 декабргә тиклем дауам итәсәк. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
һүрәттәРҙӘ: Күргәҙмәнән күренештәр.