RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Беҙҙең бурыс – бөгөн һәр кешене лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү”

30.11.2012 “Беҙҙең бурыс – бөгөн һәр кешене лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү”

“Беҙҙең бурыс – бөгөн һәр кешене лайыҡлы тормош менән тәьмин итеү”
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кисә Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Быйылғы сығышын Президент былай тип башланы:
− Үтеп барған йыл беҙҙең бөтөнөбөҙ өсөн дә сәйәси өлгөргәнлеккә имтихан йылы булды. Төрлө кимәлдәге һайлауҙар уҙҙы, уларҙы республика уңышлы атҡарҙы. Үткән һайлауҙар халыҡтың тотороҡлоҡҡа һәм конфликтһыҙлыҡҡа йүнәлтелгән позицияһын сағылдыра. Беҙҙең артабанғы маҡсат – граждандарҙың лайыҡлы йәшәйеше һәм именлеге.
Башҡортостандың иҡтисади күрһәткестәре лә насар түгел. Беҙ Рәсәйҙең иң уңышлы 20 төбәгенә инәбеҙ. 2010−2011 йылдарҙа тулайым төбәк продукты 14,5 процент­ҡа үҫте. Иҡтисад үҫеше халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреүҙә лә сағыла – һуңғы ике йылда уртаса эш хаҡы 15 мең һумдан 18,5 меңгәсә артҡан.
Рөстәм Зәки улы “аҡыллы йәмғиәт” төҙөү тураһында һүҙ алып барҙы һәм Башҡортостандың дөйөм үҫеше өсөн мөһим мәсьәләләргә туҡталды.

Һәр кем таҙа мөхиткә хоҡуҡлы
Мөрәжәғәтнамәлә экология мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелде.
“Республиканың экологик хәле улай уҡ насар түгел, әммә ҡатмарлы ғына ҡала килә. Һауа автомобиль транспортынан сыҡҡан матдәләрҙән айырыуса бысрана. Атмосферала йөҙәрләгән химик ҡушылма бар. Йәмәғәтселекте ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларының мәғлүмәти яҡтан ябыҡ булыуы, экологик йәһәттән дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биреүе борсой. Һыу ятҡылыҡтарына килгәндә, былтыр һыуҙың сифаты, дөйөм алғанда, яҡшырҙы. Бысраҡлығы юғары булған алты һыу ятҡылығы икәүгә тиклем ҡыҫҡартылды. Шулай ҙа проблема бар. Баҫыуҙар, урман да һаҡлауға, яҡлауға мохтаж.
Был тармаҡта хәл итәһе төп бурыстарҙы билдәләйем: экологик хәлде мониторингылау йәһәтенән заманса кимәлгә күтәрелергә кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға ҡаршы көрәштә халыҡ араһынан активистар менән эште яйға һалыу мөһим. Экологияны һаҡлауға ҡағылышлы сараларҙа экономиялау кәрәкмәҫ. Муниципалитеттар эше был юҫыҡта әүҙемләшергә тейеш. ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһен ситләтеп үтеү мөмкин түгел. Был йәһәттән уларҙы эшкәртеү йүнәлешен үҫтереү төп бурыс тип ҡарала. Әммә әлегә беҙҙә ул бик түбән кимәлдә. Былтыр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыуға бәйле программа ҡабул иттек. Ул 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән”, − тине республика етәксеһе.
Президент билдәләүенсә, беҙ экологик ойошмаларға, партияларға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Йәштәрҙе, балаларҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йәлеп итергә, элекке “йәшел патруль” кеүек хәрәкәттәрҙе тергеҙергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов Башҡортос­танда 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте.

Мәҙәни мөхитте лә яҡшыртыу мөһим
Республика башлығы билдәләүенсә, беҙҙең төбәк Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәте үҙәге, ҙур-ҙур мәҙәни форумдарҙы иң юғары кимәлдә үткәреү майҙаны тип һаналырға хоҡуҡлы.
“Әммә беҙ айырым сараларға түгел, ә төбәктә системалы мәҙәни киңлек формалаштырыуға иғтибар йүнәлтергә тейешбеҙ. Бында беҙҙең йорттарҙың тышҡы йөҙө, урамдар, ихаталар, подъездар торошо тураһында ла һүҙ алып барам. Тәбиғи матурлыҡ, йәм, ғаилә ялдарын уҙғарыу урындары етешмәй. ҡайһы бер урында мәҙәни тормош дискотекаларға, формаль сараларға ғына ҡайтып ҡала. Райондарҙа мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһы ла ярлы. Тап шуның арҡаһында ижади коллективтарҙың эше һүнеп ҡала. Муниципалитеттар мәҙәни усаҡ­тар­ҙың эше һүлпәнәйеүенә юл ҡуйырға тейеш түгел. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү мөһим мәсьәлә. Беҙҙең алда 2018 йылға был тармаҡта эш хаҡын ике тапҡырға күтәреү бурысы ла тора. Киләһе йылдан уҡ уны арттырыуҙы этаплап башларбыҙ”.
Президент мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү хаҡында ла һөйләне. 2013 йылға фатир алыуҙа ярҙам өсөн 50 миллион һумдан да кәм булмаған сумма бүлергә тәҡдим итәм, тине ул. Һәм әлеге практиканы йыл һайын ҡабатларға саҡырҙы.
Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереүҙең мөһимлегенә лә туҡталды. Өфө сәхнәләрен йыһазландырыуға айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Был исемлектә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Конгресс-холл, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бар. Шулай уҡ Нестеров исемендәге Художество музейында ҙур эштәр көтөлә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһын төҙөү күҙаллана, әлбиттә, район мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары ла ситтә ҡалмаясаҡ.
Рөстәм Хәмитов үҙенең Мөрә­жәғәтнамәһендә Мәҙәниәт ми­- нис­тр­лығына балалар музыка мәктәптәрен яңы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү тураһында программа әҙерләргә ҡушты.
“Бөгөн ижади янып эшләү тойолмай. Мәҙәниәт учреждениеларында яңыса саралар үткәреү күренмәй. Улар булырға тейеш”, – тине Президент. Мәҫәлән, уға башҡорт халҡы йолаларына нигеҙләнгән театрлаштырылған атлы (һыбайлы) шоу үткәреү тураһында тәҡдим иткәндәр.
“Киләһе йылдан башлап йыл һайын конкурс нигеҙендә иң шәп 10 − 15 спектакль йә концерт программаһы өсөн 100 миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итәм”, − тине Президент. Бынан тыш, республика классиктарының иң яҡшы әҫәрҙәрен донъя виртуаль селтәренә сығарырға ла ваҡыт.

Иҡтисадты күтәреү өсөн
“Республиканың социаль үҫеше мәсьәләләрен ҡарағанда иҡтисади проблемаларҙы урап үтеп булмай. Уның нигеҙе ныҡ булмай тороп, йәшәү сифатын күтәреү мөмкин түгел. Глобаль дәғүәселек шарттарында беҙ берҙән-бер мөһим юлды һайларға тейешбеҙ – аҡыллы, фәнни нигеҙле, юғары технологиялы иҡтисадты. Шуға ла заманса иҡтисади мөхит булдырыу − өҫтөнлөклө йүнәлеш”, − тип сығышын дауам итә Президент.
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән мәлдә был хаҡта етди уйлау урынлы ла. Бында власть менән ғилми ойошмаларҙың берлектә эшләүе, яңы шарттарҙа төбәк иҡтисады моделен төҙөйһө бар.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн кооперацияның үҫеше лә мөһим. Экологик яҡтан таҙа продукт тураһында һәр саҡ иҫтә тотор­ға кәрәк. ҡыҫҡаһы, иҡтисадты инновация юлына сығарыуға күп көс һалыу талап ителә.

Инвестиция сәйәсәтенә иғтибар
Рөстәм Хәмитов төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә һәр ваҡыт етди иғтибар бүлә. Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә был темаға ла урын бирелгән.
“Мин РФ Дәүләт Думаһында Башҡортостандан һайланған депутаттарға республиканы Бөтә Рәсәй иҡтисади проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн уңайлы майҙан итеп күрһәтеүҙәрен теләйем”, – тине Президент, парламент алдында сығыш яһап.
Был йәһәттән инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн федераль структуралар менән бәйләнеште нығытыр­ға ла кәрәк.
“Беҙҙә шундай уңышлы проекттар бар. Баулы − Күмертау автомобиль юлын төҙөү ошо иҫәптә. Ул − Европа – Көнбайыш ҡытай транспорт коридорының бер өлөшө. Йәнә лә “Газпром” компанияһының “Газпромнефтехим­Салауат” менән берлектәге нефть химияһы кластерын, Благовещенда “Химтерра” технопаркын атарға мөмкин.
Муниципаль берәмектәр ҙә инвестиция сәйәсәтенә әүҙем ҡушылырға тейеш. Уларҙың етәкселәренә ошоноң буйынса ярҙамсылар талап ителә. Шуныһын да билдәләргә кәрәк – бөгөн республика Волга буйы федераль округында инвестиция күләме буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Ә ҡасан ғына алтынсы-етенсе урында тора инек. 2015 йылда ШОС һәм БРИКС илдәре саммитын ҡабул иткәндә ул сараны эшлекле партнерҙар менән бәйләнештәрҙе киңәйтеү тип ҡарар­ға тейешбеҙ”.

Эшһеҙлек, торлаҡ, демография
“Бөгөн йәмғиәттең ҡатламдарға бүленеүен кәметеү мотлаҡ. Үкенескә күрә, һуңғы ун йылда иң байҙар менән иң әҙ тәьмин ителгәндәрҙең килеме ныҡ айырылды. Беҙҙең алға хеҙмәт хаҡы юғары булған эш урындарын булдырыу бурысы ҡуйылған. Эшһеҙлек социаль именлеккә ныҡ аяҡ сала. Шул арҡала енәйәтселек үҫә, ғаиләлә ғауға тыуа, кешелә алдағы көнгә перспектива юғала. Айырыуса бәләкәй ҡалалар һәм ауыл ерендә проблема киҫкен. Республика Хөкүмәтенә хеҙмәт баҙарында хәлде яҡшыртыу буйынса план әҙерләү мөһим.
Йәнә бер мәсьәлә − торлаҡ. Беҙҙең төбәк өсөн ул ярайһы ҡатмарлы. Республикаға эконом-класлы торлаҡ дефициты хас. Хаҡтар иҫ киткес юғары. Шуға ла ведомстволарға торлаҡтың үҙҡиммәтен төшөрөү өсөн план төҙөргә ҡушам. Әҙ һәм күп ҡатлы төҙөлөштәрҙә заманса, әммә арзан технологиялар ҡулланыуҙы үҫтереү кәрәк. Артабан Социаль торлаҡ төҙөлөшө фондына участкаларҙы күберәк бүлеүҙе ҡараясаҡбыҙ”.
Тормошобоҙҙоң йәнә бер проблемаһын эшһеҙлек һәм торлаҡ проблемаһы эргәһенә ҡуйырға мөмкин, ул да булһа – демография.
Рөстәм Хәмитов ошо турала һөйләп, тыуымды күтәреү, үлемде кәметеү, республикаға халыҡтың килеүен тәьмин иткән аҡыллы миграция сәйәсәте алып барыуға туҡталды. Әлбиттә, 2008 йылдан алып Башҡортостанда тыуым күтәрелә, халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә, әммә яҡын йылдарҙа кирегә төшөүе ихтимал. Ғаилә институтына булышлыҡ итеү, ғаилә ҡиммәттәрен танытыу, сәләмәт тормош – ошолар буйынса эҙмә-эҙлекле эш башҡараһы бар.

“Аҡыллы йәмғиәт”кә әҙерлекле кешеләр кәрәк
Мөрәжәғәтнамәлә мәғариф мәсьәләләре лә күтәрелгән. Президент күҙаллауынса, заманса һөҙөмтәле йәмғиәттә ижади ҡарашлы интеллектуаль мөхит тыуҙырыу зарур. Бөтөн мәғариф системаһының эше яңы һөнәр үҙләштереүгә, үҙ аллы камил­лашыу­ға әҙер булған юғары кимәлдә социаль һәм профессиональ компетенциялы шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелергә тейеш. Хеҙмәт баҙарында юғары квалификациялы эшселәр, аграрийҙар, инженерҙар дефициты бар. Етмәһә, йыл һайын 4 – 6 меңләп мәктәпте тамамлаусы республиканан ситкә белем алырға китә.
“Беҙ йәштәрҙең аңына ижадҡа ынтылыш, белем алыу культы һалыр­ға тейешбеҙ. Башҡортос­танда “Киләсәк паркы” булдырыу өсөн конкурс иғлан итергә тәҡдим итәм. Унда экономиялы материалдан төҙөлгән “аҡыллы” йорттар, транспорттың яңы төрҙәре, машиналар макеттары, 3D-тренажерҙар булыр, балаларға йыһан караптары, самолет йә һыу аҫты кәмәһе менән идара итеү мөмкинлеге тыуыр”, – Мөрәжәғәтнамәлә шундай юлдар бар.
Белем алыуҙың электрон төрөн дә үҫтереү мөһим. Әле беҙҙең мәктәптәрҙә 1000 балаға 130 компьютер тура килә. Үҫешкән илдәр күптән “бер бала – бер компьютер” тигән принцип менән эшләй.
Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан электрон университеты”н булдырыу тураһында ла телгә алып үтте, киләсәктә йәш ғалимдарға нығыраҡ иғтибар бүленәсәгенә баҫым яһаны.

Әйткәндәй
Мөрәжәғәтнамәлә власть органдарын һөҙөмтәле, асыҡ, заманса итеү тураһындағы фекергә лә ҙур урын бирелгәйне. Киләһе йылға “Асыҡ республика” программаһы эшләй башлаясаҡ. Ул республика граждандарына дәүләт менән идара итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Урындағы үҙидара органдары үҫешенә лә ҙур иғтибар талап ителә. Бында ла Башҡортостандың оптимист, хеҙмәтсән, һәләтле халҡы – төп ресурс, тине республика етәксеһе.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә