27.11.2012 Республика Паралимпия үҙәге булырмы?
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы субъекттарында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, РФ Паралимпия комитеты президенты Владимир Лукин менән осрашты.
Республика етәксеһе белдереүенсә, халыҡ Паралимпия спортын үҫтереү яҡлы. Шул уҡ ваҡытта ул төбәккә объекттар төҙөүҙә федераль үҙәктән ярҙам кәрәклеге хаҡында әйтте.
Беҙҙә ҙур Паралимпия үҙәге төҙөлә башлаған да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында быйыл федераль финанслау туҡтатылған.
− РФ Дәүләт Думаһына Паралимпия спорты вәкиле, күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталованы делегат итеп ебәрҙек. Ул әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Беҙҙә яңы спортсылар, яңы быуын тәрбиәләнә башланы. Паралимпия спортын үҫтереү эшен яҡшы беләбеҙ. Иғтибар, ресурстар, лидерҙар – быларҙың барыһы ла беҙҙә бар һәм артабан үҫтереләсәк, − тине Президент.
Төбәктә Паралимпия уйындарына индерелгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара кимәлдәге ҙур ярыштар, донъя һәм Европа чемпионаттарын үткәрергә мөмкин булыр ине.
Владимир Лукин билдәләүенсә, Паралимпия спорты мәсьәләләре менән ул 16 йыл шөғөлләнә һәм был ваҡыт эсендә илдә Паралимпия спортын үҫтереү йәһәтенән күп эш башҡарылған. Башҡортостандың Паралимпия хәрәкәтендәге ҡаҙаныштарына ул юғары баһа бирҙе.