23.11.2012 Өс һөйләм менән
16 − 19 ноябрҙә Төркиәнең Чанаккале ҡалаһында IV Халыҡ-ара шиғриәт форумы үтте. Унда Башҡортостандан шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, республикабыҙҙағы Әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге идараһы рәйесе урынбаҫары, Әзербайжан Яҙыусылар союзы ағзаһы Балоглан Рзаев һәм БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов ҡатнашты. Сараны Чанаккале ҡалаһының «Академия» шиғриәт йәмғиәте һәм ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы ойошторған.
Өфө хакимиәте структураһында яңы бүлек – граждандарҙы яҡлау идаралығы булдырылды. Ул шул уҡ исемле муниципаль учреждениены алмаштырасаҡ. ҡайтанан булдырылған идаралыҡ граждандар оборонаһы һәм халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау сараларын ойоштороу буйынса ҡарарҙар ҡабул итәсәк.
Мәсетле муниципаль районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «1-се лицей» муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы уҡытыусыһы Рәйсә Мофазаловаға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде. Ошо хаҡтағы Указға ил башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был юғары наградаға Рәйсә Рәис ҡыҙы белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды.
Өфөлә 26 декабрҙә старт аласаҡ йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатының рәсми атрибутикаһы һатыла башланы. Чемпионаттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киң ассортиментта свитер, толстовка, футболка, кепкалар тәҡдим ителә. Донъя чемпионаты атрибутикаһын «Чемпион», «Интерспорт» спорт магазиндары селтәрҙәрендә, «Өфө-Арена» боҙ һарайында, Спорт һарайында, «Өфө» халыҡ-ара аэропортында, «Салауат Юлаев» хоккей клубының фирма һәм интернет-магазиндарында һатып алырға мөмкин.
Көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында гимн яңғыраясаҡ. Уны композитор Илшат Хәлилов музей директоры Ғәли Вәлиуллин шиғырына яҙған. Шулай уҡ Милли музейҙың тарих залында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған симфония яңғыраясаҡ.
Өфөнөң муниципаль торлаҡ фондынан хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ биреү тәртибе тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тренерҙарына торлаҡ алыу мөмкинлеге биреләсәк. Был уларҙың социаль хәлен яҡшыртыуға һәм балалар-үҫмерҙәр спорты системаһына квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү мәсьәләһен хәл итеүгә ярҙам итәсәк.
З. ЙӘһүҙИНА әҙерләне.