23.11.2012 15 меңгә яҡын балаға пособие арта
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова фекеренсә, бала хоҡуҡтарын, уның именлеген бәхетле ғаиләлә тулыһынса яҡлап була. Ғаилә бәхетле булмаһа, бәхетле балалар ҙа булмаясаҡ.
Бөгөн, үкенескә күрә, социаль етемлек мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Әле республикала 18 мең етем баланың 90 проценты – социаль етемдәр. Интернат учреждениеһында бер баланы тәрбиәләү дәүләткә ете тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә: бер сабыйға йылына 300 – 350 мең һум аҡса тотонола.
− Социаль етемлек мәсьәләһе үтә ауыр, әммә уны хәл итеү мотлаҡ. Һәм бында ғаилә менән, үҙ балаларын тәрбиәләргә теләгән, эшләргә әҙер булған ата-әсәләр менән эш алып барырға кәрәк, − ти Лилиә Ғүмәрова.
2013 йылдың 1 ғинуарынан льготаларҙың күпселек өлөшө аҡсаға әйләндерелә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар физкультура-сәләмәтләндереү клубтарына йөрөү урынына аҡса аласаҡ.
Ғинуарҙан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан, йәғни 5600 һумдан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5 − 3 йәштәге һәр балаға өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ.
Бындай пособиеға Башҡортостанда 12 – 15 мең бала хоҡуҡлы. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 232 миллион һум аҡса бүленгән.