20.11.2012 Донъя яңылыҡтары
Ватандаштарыбыҙ сит илдә лә «һынатмай»
Бер нисә ватандашыбыҙ Шри-Ланкала енәйәтсел төркөм булдырып, ялған кредит карталары эшләп, халыҡты төп башына ултыртып йөрөгән.
Күптән түгел улар хоҡуҡ һаҡсылары ҡулына эләккән. Шри-Ланкала полицияһы 250 ялған кредит картаһы, уларҙы эшләү өсөн махсус ҡорамалдарҙы тартып алған. Ватандаштарыбыҙ Камбоджала һәм Вьетнамда ла ошондай уҡ законһыҙ операциялар башҡарған. Улар тупланған капиталды төрлө банкыларҙа һаҡлаған. Сит илдә солтан булырға маташҡан әҙәмдәр урындағы дәүләттең законы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Сталинград һаҡсылары онотолмай
Сталинград яуында баш һалғандар иҫтәлегенә Мамай ҡурғанында 17 мең яугирҙың исеме менән 1,5 мең табличка ҡуйыла башланы.
Әлеге сара “Һалдатҡа исемен ҡайтарайыҡ!” акцияһы сиктәрендә башҡарыла. Был эш 2013 йылдың 2 февраленә тиклем башҡарылып бөтәсәк. Шул ваҡытта мемориаль тантаналы шарттарҙа асыласаҡ.
Юл аҙабы – гүр ғазабы
ҡытайҙа трассала бер юлы 70 (!) автомобиль бәрелешкән.
Асыҡланыуынса, бер машина ҡапыл туҡтағас, уның артынан килгән автотранспорт бер-бер артлы бәрелешә башлай. Шуларҙың етәүһе, шул иҫәптән бензовоз янып китә. Водителдәрҙе сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға кузовты ҡырҡырға тура килгән. Машиналар магистралдән кран ярҙамында алынған. Туғыҙ кеше һәләк булған, ун туғыҙы төрлө йәрәхәттәр алған.
2100 йылда донъя йылынасаҡ?
Ғалимдар раҫлауынса, быуат аҙағына планетабыҙҙа һауа температураһының Цельсий буйынса дүрт градусҡа йылыныуы ихтимал.
“Был бөтә төбәктәргә лә ҡағыла. ҡоролоҡ, ураган һәм һыу баҫыу йышаясаҡ”, – тип хәүефләндерә улар. Әгәр ҙә илдәр экологияға ҡағылған сәйәсәтте тормошҡа ашырһа, был бәләне булдырмаҫҡа мөмкин. Бөгөн 130 дәүләт “климатта үҙгәреш булдырмау” проекты өҫтөндә эшләй.
Рәсәйҙә ниндәй автомобиль иң популяр?
Илебеҙҙә еңел автомобиль һатыу күләме октябрҙә биш процентҡа артҡан.
Халыҡ АвтоВАЗ-дың автомобилдәрен йышыраҡ һатып алған. Икенсе урында − “Chevrolet”, өсөнсөлә − “Kia”, дүртенселә − “Renault”, бишенселә “Hyundai” килә.
Халыҡ йышыраҡ “Hyundai Solaris”, “Ford Focus”, “Kia Rio” һәм “Volkswagen Polo” сит ил автомобилдәрен һайлай. “Kia Rio”-ға һорау хатта 40 процентҡа артҡан. Ә элек популяр булған “Toyota Camry”ны һатып алыусылар һаны кәмегән.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.