13.11.2012 Килемгә һалым кәмегән
БР Хөкүмәтендә 2012 йылдың туғыҙ айына Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү йомғаҡтары тикшерелде. Айырыуса ҙур иғтибар килемгә һалымдың кәмеү сәбәптәренә һәм федераль средстволарҙың тейешле кимәлдә үҙләштерелмәүенә бүленде.
Дөйөм алғанда, туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса бюджетты үтәү һөҙөмтәләре ыңғай булһа ла, ҡайһы бер һалым төрҙәре, атап әйткәндә, ойошмалар килеменә һалым буйынса проблемалар хаҡында ла әйтмәй булмай. ҡайһы бер ҙур предприятиелар килемгә һалымдың кәмеүенә юл ҡуйған. Улар иҫәбендә – «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы», «Газпромтрансгаз Өфө», «Башкирэнерго», «Уралсиб» банкы, Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Салауатбыяла», «Өфөнефтехим», «Новойл», «Фармстандарт – ӨфөВита». Улар түләгән дөйөм һалым күләме, былтырғы менән сағыштырғанда, 2,5 миллиард һумға кәмегән.
БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина билдәләүенсә, дөйөм алғанда, бындай күренеш 29 ҙур предприятиела күҙәтелә.
– Был предприятиелар менән нығыраҡ эшләргә, уларҙың һөҙөмтәлерәк эшләй алыуын иҫбатларға кәрәк. Сөнки алынып етмәгән аҡса – ул төҙөлөп бөтмәгән юлдар, мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары. Был предприятиела эшләгәндәр ҙә, башҡалар кеүек үк, ошо уҡ инфраструктураны файҙалана, уларҙың да балалары балалар баҡсаларына йөрөй, йә унда сиратта тора. Шуға күрә завод директорҙарына дөрөҫ юлдан бармауҙарын аңлатырға кәрәк, – тине Президент Рөстәм Хәмитов.
Ултырышта республика етәксеһе йәнә бер етди проблема – федераль средстволарҙы үҙләштереү мәсьәләһен ҡуҙғатты.
Федераль үҙәктән республика бюджетына финанс ярҙамы йәлеп итеү буйынса ла, артабан уны үҙләштереү буйынса ла эшләп еткерелмәй, дөрөҫөрәге, аҡса йыш ҡына дөрөҫ үҙләштерелмәй. Шуға ла уның ниндәйҙер бер өлөшөн кире ҡайтарырға тура килә. Октябргәсә федераль средстволарҙың 74 проценты үҙләштерелгән, ә улар тулыһынса тотонолорға тейеш.
Әйткәндәй
Һалым тигәндән, 2013 йылдан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ойошмалар килеменә һалымдан азат ителә. Ил Президенты Владимир Путин РФ Һалым кодексына тейешле үҙгәрештәр индергәндән һуң барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр хаҡында Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 284-се статьяһы 1.3 пункты менән тулыландырыла. Уға ярашлы, кодекстың 346.2-се статьяһының 2-се пунктында ҡаралған критерийҙарға тура килгән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм 2-се, 2.1-се пунктының 1-се ярҙамсы пунктындағы критерийҙарға яуап биргән балыҡсылыҡ хужалығы ойошмалары өсөн улар етештергән һәм эшкәрткән продукцияны һатыуға бәйле эшмәкәрлек буйынса һалым ставкаһы 0 процент күләмендә билдәләнә.
Әлеге норма 2013 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.