RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

06.11.2012 Өс һөйләм менән

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сайтында йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләләренә арналған яңы бүлек булдырылды. Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында теләгән һәр кем хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр менән танышып, һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтә ала. Бынан тыш, унда студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн айырым вакансиялар урынлаштырылған.

«500 ферма» республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә бөгөн республикала 17 ферма комплексы яңыртылған. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә республиканың 40 районы һәм 85 ауыл хужалығы предприятиеһы 89 ферманы төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонт үткәреүгә заявка биргән. Сентябрҙә «Һөтсөлөк тармағын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012 − 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусыларҙың тәүге төҙөкләндерелгән объекттары ла ҡабул ителде.

Ете районда – Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәр­летамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош хужалыҡтарында 2012 йыл башынан алып бер һыйырҙан дүрт мең килограмдан ашыу һөт һауып алынған. БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, йыл ба­шынан республикала һәр һы­йырҙан уртаса 3263 килограмм һөт һауылған. 2012 йылдың ун айында Башҡортостанда тулайым һауым 1,5 миллион тоннаға еткән, 588 мең тонна һөт һатылған.

Йыл башынан республикала билдәләнгән квота буйынса ойошма-предприятиеларға 540 инвалид эшкә урынлаштырылған. «Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙа өҫтәмә саралар тураһында» республика программаһына ярашлы, күп балалыларға, инвалид бала тәрбиәләгәндәргә, инвалидтарға 417 эш урыны булдырыу күҙаллана. Эш биреүсегә мөмкинлеге сикләнгән кешенең эш урынын йыһазландырыу өсөн – 50 мең, күп балалы ата-әсәгә 30 мең һум субсидия бүлеү ҡарал­ған.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының социаль юл билеттарының ғәмәлдә булыу ваҡыты 9 ноябргә тиклем оҙайтылды. Йәмәғәт транспортында льготалы йөрөү хоҡуғы менән файҙаланыусыларға хәҙер «Башҡортостандың социаль картаһы»н алырға кәрәк. 1 ноябрҙән ғариза биреүселәр уны 20 көн эсендә аласаҡ.

БР Хөкүмәте ҡарары менән республикала 2013 йылға Ураҙа һәм ҡорбан байрамдарын үткәреү көндәре билдәләнде. «Байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы БР законына, мосолман календарына ярашлы, Ураҙа байрамы − 8 августа, ҡорбан байрамы 15 октябрҙә була. Дини байрамдар ял көндәре булып һанала.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә