02.11.2012 “Сит илдәр өсөн Башҡортостан – ылыҡтырғыс төбәк”
Рәсәйҙең БДБ, сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлығы башлығы урынбаҫары Георгий Мурадов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында республикабыҙҙың ситтә таныла барыуын белдерҙе.
Агентлыҡ менән хеҙмәттәшлек итеү беҙгә отошло. Сөнки донъяның 60 илендә Рәсәйҙең фән һәм мәҙәниәт үҙәктәре менән бәйле бай потенциаллы агентлыҡ Башҡортостандың сит илдәрҙә танылыу яулауын күтәреүгә булышлыҡ итә ала.
ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты алдынан ғәрәп, Урта Азия дәүләттәре менән эшләү яҡшы һөҙөмтәләр бирер ине. Хеҙмәттәшлек башлыса иҡтисад, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһен үҙ эсенә ала.
− Беҙ сит илдәр менән эшләү, унда танылыу буйынса рейтинг төҙөйбөҙ. Уларҙың күбеһендә Рәсәй субъекттарынан Башҡортостан үҙенең ылыҡтырғыс булыуы менән тәүге урындарҙа килә. Төбәктең абруйы ҙур, − тине Георгий Мурадов.
Әйткәндәй, республикала Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы барлыҡҡа килде. Уға бөгөнгә туғыҙ дуҫлыҡ ойошмаһы ингән, шул иҫәптә – “Башҡортостан − Германия”, ”Башҡортостан − ҡытай”, ”Башҡортостан − Һиндостан”, Поляк мәҙәниәте үҙәге, ғәрәп илдәре, Франция, Израиль менән дуҫлыҡ ойошмалары.