RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

30.10.2012 Донъя яңылыҡтары

Сүриәләге хәл тикшереләсәк
Мәскәүгә эш сәфәре менән Ғәрәп дәүләттәре лигаһы һәм Берләшкән Милләттәр Ойош­маһының махсус вәкиле килде.
Лахдар Брахими РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты. Осрашыуҙа тиҙ арала Сүриә көрсөгөн көйләү буйынса практик аҙымдар ҡабул итеү мәсьәләһе ҡаралды. Быға тиклем Л. Брахими байрам осорона илде утҡа тотоуҙы туҡтатып тороу­ға өлгәшкәйне. Уның был идеяһын БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун менән күп илдәрҙең хөкүмәттәре лә яҡлағайны. Бынан тыш, Лахдар Брахими ваҡытлыса ҡабул ителгән был ҡарар оҙайлы татыу­лыҡҡа килтерер, тигән ышаныс белдерә.

Йөк ташыусы судно юғалған

28 октябрҙә Шантар утрауҙарында 700 тонна алтынлы руда тейәгән «Амурская» йөк ташыу судноһы юғалған.
Алыҫ Көнсығыш прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, һигеҙ экипаж ағзаһы булған судноның бортында йәкшәмбелә авария сигналы эшләй башлай һәм шунан һуң уның яҙмышы хаҡында бер нәмә лә билдәле түгел. Әлеге ваҡытта «Новик» танкеры менән «Терлей − 1» траулеры уны эҙләү менән шөғөлләнә. Метеорологик шарттар насар булыу сәбәпле, авиация ярҙамынан баш тартырға тура килгән.

Магомедовтың нимәһе оҡшамай?

Мәскәүҙә Дағстан халыҡтарының съезы үткән.
Унда ҡатнашыусылар республика башлығы Магомедсалам Магомедовтың отставкаға китеүен талап иткән. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путинға республика етәксеһен вәкәләттәренән бушатыу тураһында мөрәжәғәт ҡабул иткән.
Съезд делегаттары әйтеүенсә, Магомедов власҡа килгәндән алып өс йыл эсендә республикала хәл насарайған ғына: коррупция, эш­һеҙлек мәсьәләләре хәл ителмәй, кеше хоҡуҡтары боҙола. Төбәк власы вәкилдәре Мәскәүҙә үткән сараны съезд тип баһаламай, хөкүмәткә ҡаршы йүнәлтелгән йыйын ғына, ти. Улар фекеренсә, сараны үткәреүселәр­ҙе власҡа килергә ынтылыусы кешеләр ҡоторта.

Грузияла – яңы Премьер-министр

Грузия хөкүмәтенең яңы Премьер-министры Бидзина Иванишвили рәсми рәүештә үҙенең вазифаһын башҡара башланы.
Тәүге эш көнөндә ул бер нисә министр менән осрашырға, һуңынан Америка илсеһе Ричард Норландты ҡабул итергә йыйына. «Министрлыҡтарҙы тупларға миңә бер аҙна кәрәк буласаҡ, ике аҙнанан сит илгә сәфәргә сығырға йыйынам», – тип хәбәр иткән ул журналистарға.
Билдәле булыуынса, ул тәүге эш сәфәре менән Брюсселгә барасаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә