16.10.2012 Беҙҙеке тәмлерәк
Мәскәү ҡалаһында “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе тамамланды.
Мөһим сарала Башҡортостан Республикаһы ла ҡатнашты. Илдең баш ҡалаһына беҙҙән барған делегацияны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары − БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкләне. Делегация составында шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре лә бар ине. Уларҙың барыһын да бер маҡсат берләштерҙе – республикабыҙҙың ауыл хужалығын ил кимәлендә лайыҡлы итеп күрһәтеү, үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарҙы башҡаларға ла еткереү, тәжрибә туплау.
“Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе илдә тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй. Республикабыҙ предприятиелары унда даими ҡатнашып, үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәтә. ҡағиҙә булараҡ, беҙҙең аҙыҡ-түлек бында ҙур һорау һәм ҡыҙыҡһыныу менән файҙалана. Башҡортостандан килгән тәмле-татлы, туҡлыҡлы аҙыҡ-түлекте халыҡ бик теләп ала, ҡарай. Быйыл да беҙҙән алып барылған ҡаҡланған һәм ыҫланған ҡаҙ, ҡаҙы, йәшелсә консервалары, морс, компоттар мәскәүҙәр һәм башҡа ерҙәрҙән йыйылған ҡунаҡтар күңеленә хуш килгән. Әлбиттә, башҡорт балы ла тиңе булмаған таты, тәме, сифаты менән берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырмай.
Башҡортостан Республикаһы алып килгән продукция күргәҙмәлә 140 квадрат метр майҙанды биләп торған. Ул, йылдағыса, милли колоритты иҫәпкә алып, матур итеп эшләнгән. Республиканың ауыл хужалығы оҫталары витриналарға иң һәйбәт ит, һөт, колбаса, икмәк продукцияһын, минераль һыу, ҡымыҙ шешәләрен, һауыттарға тултырылған балды сығарып теҙгән. Бынан тыш, беҙҙең хужалыҡтар Мәскәүгә тоҡомло малдар ҙа алып барған, беҙҙә үҫтерелгән иң шәп ҡош-ҡорт та күрһәтелгән.
Л. СОЛТАНОВА.