16.10.2012 Яҡынса һөҙөмтәләр билдәле
Белеүегеҙсә, 14 октябрҙә Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө үтте.
БР Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, муниципаль һайлауҙарға 1 252 446 кеше килгән. Был − тауыш биреү исемлектәренә индерелеүселәрҙең 77,2 проценты.
Республиканың күпселек райондарында халыҡ бик әүҙем ҡатнашҡан. Айырыуса Тәтешле, Йәрмәкәй, Илеш, Благовар, Нуриман, Баҡалы, Ауырғазы, Федоровка райондары һайлаусылары әүҙемлек күрһәткән, участкаларға электораттың 90 проценттан ашыуы килгән.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары буйынса 108 һайлау участкаһында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары (КОИБ) ҡулланылған. Башҡортостанда 14 октябрҙә тәртип һаҡлауҙа 5,5 меңдән ашыу полиция һәм 100-ҙән ашыу шәхси һаҡ хеҙмәткәре ҡатнашҡан.